“Беҙҙең рухлы уҡытыусылар һәм уҡыусылар ярҙамында проектыбыҙ тормошҡа ашты. Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан 55 эш килде. Ошо эштәр "Әкиәт иле" китабына тупланды. Был әкиәттәр йыйынтығы бер ҡасан да ташҡа баҫылмаған, Башҡорт халыҡ ижады томлыҡтарына инмәгән әҫәрҙәрҙән тора. Халҡыбыҙҙың аҫыл хазиналары улар”, - ти проект авторы, билдәле шағир Фәнил Бүләков.
Икенсе турға 15 әкиәт үтә, финалда иң-иң тип табылған ете халыҡ ижады ынйылары Бөрйән, Салауат, Белорет, Учалы райондары уҡыусылары тарафынан ҙур сәхнәлә күрһәтелә.
Абруйлы баһалама комиссияһы Учалы районы Иманол мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Альбина Ғәлиеваны еңеүсе тип таный.
Фото: Ф. Бүләков сәхифәһенән.
Автор: Римма Султанова.