1 апрелдә – Халыҡ-ара көлкө көнөндә уҙасаҡ “Ҡармаҡ-*шоу” концерты алдынан уның башланғысында торған “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин, продюсер Рита Өмөтбаева, шулай уҡ сарала ҡатнашҡан М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Шәһит Хамматов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Иҙел Аралбаев журналистар менән осрашты.
"Бөгөн “Ҡармаҡ-шоу” юмористик клубын ойоштороу - “Башҡортостан” концерт залы өсөн яңы һәм кәрәкле йүнәлеш, тип уйлайым. Ул бер концерт менән генә сикләнмәйәсәк, киләсәктә республикабыҙҙың юмор оҫталарын, артистарын йәлеп итеп, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында фестиваль ойоштороу ҙа ҡарала. Әлегә республиканың бөтә юмор оҫталарын берләштергән ундай сара булманы, беҙ барыһын тупларға йыйынабыҙ", – тип белдерҙе Вилдан Яруллин.
Проект авторы Рита Өмөтбаева белдереүенсә, юмористик клубтың исемен тәүҙә “Уфтанма” тип атарға булғандар, әммә Шәйехзада Бабич сығарған “Ҡармаҡ” сатирик журналы исеме бар яҡтан да отошло булыуын иҫәпкә алып, ошо вариантта туҡтарға ҡарар иткәндәр.
“Ҡармаҡ-шоу”ҙа резидент булып сығыш яһаған Шәһит Хамматов яңы проектҡа булған өмөттәре менән уртаҡлашып: “Башҡорт юморын һөнәри кимәлдә эшләү хыялым тормошҡа аша. Үҙемдең фантазиямды, ижадымды “Ҡармаҡ” клубы йәшәһен, үҫешһен өсөн йүнәлтәсәкмен. 1 апрелдән эшләп китербеҙ тип уйлайым”, – тине.
Ойоштороусылар, “Ҡармаҡ” беҙҙең тамашасыны берләштерәсәк һәм тәрбиәләйәсәк, тип ышана. Ҡыҫҡа юмористик сәхнәләштереүҙәр көнүҙәк темаларға арналған, башлыса ауыл һәм ҡалала йәшәүселәрҙең ябай тормошо күрһәтеләсәк. Әлегә биш скетч өҫтөндә эш тамамланған, тиҙҙән улар интернет киңлектәрендә донъя күрәсәк. Шулай уҡ ижади проект авторҙары республика телеканалдары менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырырға ниәтләй.
Халыҡ-ара көлкө көнөндә яңы проекттың исем туйы үтәсәк. “Ҡармаҡ-шоу” юмор байрамына билдәле кәмитселәр, пародия оҫталары, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. “Башҡортостан” дәүләт концерт залы етәкселеге билдәләүенсә, юмористик клубтың киләсәге өмөтлө, ижади составты яңы исемдәр менән байытыу ҡаралған.
Кәмитселәрҙең иң-иңдәрен күргегеҙ килһә, "Ҡармаҡ"тың тамашаһына килегеҙ, шәп буласаҡ.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/739607