Даирә
+31 °С
Ясно
Мәҙәниәт
29 Марта 2021, 16:55

Заһир кәләш алған!

Йәш, талантлы йырсы Заһир Зәйнетдинов бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Асыҡланыуынса, уның өсөн иң ҙур бүләк булып...

Йәш, дәртле, талантлы йырсы Заһир Зәйнетдиновтың эстрада киңлектәрендә тапҡан юлы-йүнәлеше бар - уның “ZAINETDIN ethno” шоу-проекты Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң танылды, милләттәшебеҙҙең дәрт-дарманлы концерттарына йәше лә, ҡарты ла ихлас йөрөй.
Заһир башҡорт бейеүе буйынса флешмоб ойоштороп та танылыу яуланы. Был сара халыҡҡа бик оҡшаны, бейеүселәр республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Европанан, хатта Американан да башҡорт бейеүен видеоға яҙҙырып ебәрҙе.
“ZAINETDIN ethno” шоу-проектын милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙә лә бик көтөп алалар. Күптән түгел иһә, мартта, Заһир Зәйнетдинов Өфөлә ҙур концерт ойоштороп шатландырҙы.
Быйыл шуныһы ла мәғлүм булғайны: йырсы күңеленә ятҡан ҡыҙҙы осратып ғашиҡ булған. Заһир йөрәгендәге йылы тойғолары хаҡында социаль селтәрҙәрҙә даими яҙып бара, бәхете менән уртаҡлаша.
Ә бөгөн иһә Заһир Зәйнетдинов ғүмер байрамын – тыуған көнөн билдәләй. Әммә ябай егет кенә булып түгел, ә өйләнгән кейәү сифатында! Баҡһаң, был ялдарҙа Заһир һөйгәне Регина Сәйетғәлиева менән никах тантанаһын уҙғарған.
"Мин бөгөн тағы ла бәхетлерәкмен. Был ҡыҙ хәҙер ҡатыным булды. Ул мине үҙгәртте, яратырға өйрәтте. Тынғыһыҙ тормошомдоң бер өлөшөнә әүерелде. Яҙмышыңды осратһаң, ваҡыт туҡтап ҡала, тиҙәр. Был – ысынбарлыҡ. Бөгөн мин ошо тойғоларҙы кисерҙем", - тип яҙған йырсы социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә.
Регина ла социаль селтәрҙә бәхетле яңылыҡ менән бүлешкән һәм “донъялағы иң шәп ир-аттың ҡатыны булдым" тип белдергән.
Йәштәрҙең шатлығын уртаҡлашабыҙ, уларға бәхет, тиң-тигеҙ ғүмер һәм уңыштар теләйбеҙ!
Фото Заһир Зәйнетдиновтың шәхси архивынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Za-ir-k-l-sh-al-an-738190/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас