Ә барыбер ваҡыты-ваҡыты менән ғорурлыҡ, үҙ һүҙлелек, ҡаршылашыу тигән яман ғәҙәттәр өҫтөнлөк алып, арабыҙҙа ҡытыршылыҡтар тыуҙырып торҙо. Шундай ваҡыттарҙа һөйөклөмдөң оло аҡылы, һиҙгерлеге, һәр яйһыҙ хәлдән сыға белеүе, нисек кенә ауыр булмаһын тыныслыҡ һаҡлай алыуы һәм бер ваҡытта ла бар яуаплылыҡты минең өҫтөмә ауҙармауы, ниндәй генә хәл булмаһын ярҙам итергә әҙерлеге, ҡотҡарып ҡалғандыр беҙҙең ғаиләне тарҡалыуҙан. Сөнки беҙҙе ҡурсып, яҡлап, һаҡлап, хаталарыбыҙҙы төҙәтеп, ярҙам итеп торор өлкәндәребеҙ юҡ ине. Хәләлемдең әсәһе был донъянан киткәйне инде ул ваҡытта. Ә минең ата-әсәйем башҡа районда йәшәйҙәр. Яңы 22 йәше тулған беҙ икәү һәм мәктәптә уҡып йөрөгән ике ҡәйнешем генә йәшәй инек. Беҙҙең өҫтөбөҙҙә оло яуаплылыҡ - шул ике малайҙы ҡарау, бағыу, уҡытыу, кеше итеү. Уларға бөтә яҡлап терәк булыу.
Уңдырып икмәк бешереп өйрәнгән йылды булды был хәл. Ҡомалаҡтан үҙем эшләгән сүпрә менән әсетеп, оло бер аяҡ ҡамыр баҫам. Ҡалҡыуы етеп, ҡамырым әҙер булғас, мейескә яғып ебәреп, икмәкте матур итеп бешереп алырға ғына ҡала. Эй, күпереп бешкән ап – аҡ эҫе икмәкте мейестән сығарып, яңы айыртылған ҡаймаҡ, йәки һары май, бал менән һөйөклөмә тәмле сәй эсереүе үҙе бер оло бәхет ине. Ә бөтә өйгә таралған яңы бешкән икмәк еҫе, иҫ киткес кинәнес тыуҙыра торғайны. Ошолайтып һушыңды алырлыҡ тәмле, уңдырып икмәк бешереп өйрәнгәнсе күп кенә көс, сыҙамлыҡ кәрәк булды миңә.
Тыуып үҫкән йортто ҡалдырып, атай-әсәйҙән, ҡартәсәй-өләсәйҙәрҙән һәм башҡа туғандарҙан айырылып, 17 йәштә генә ауылдан сығып киткән мин ҡайҙан ғына икмәк бешерә беләйем инде. Кейәүгә сығып ауылда йәшәрмен тип, ике ятып бер төшөмә кермәй торғайны бит инде. Әхирәтем, ауылда йәшәйәсәкбеҙ тип сигеү сигергә, бәйләм бәйләргә өйрәнергә тотондо. Ә мин ҡалала йәшәйем ғүмер буйы, бөтә нәмәне лә һатып алам тип, туп тибәм, футбол, волейбол, баскетбол уйнайым, бассейндан сыҡмайым. Эштән арынып аҙ ғына ваҡыт булһа, ҡала паркында йүгерәм, асыҡ һауала күнегеүҙәр эшләйем, *Тир*ҙа винтовканан сәпкә атам, лекцияларға йөрөйөм.
Бөтөнләй киреһенсә килеп сыҡты: кейәүгә сыҡҡас, әхирәтем ҡалала йәшәп ҡалды, ә мин һөйөклөмдөң ауылына йәшәргә күсеп килдем. Барыһынала өйрәнергә тура килде: сигергә, бәйләргә, бешеренергә, аҡты (һөттө) эш итергә һәм башҡа тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек, ауыл йорт - ҡураһындағы эштәргә өйрәнеп алырға тура килде. Икмәк бешерергә өйрәнеү тураһында ине бит әле һүҙем. Үҙем икмәк һала белмәгәс, күрше инәйҙәрҙән өйрәнеп, яҙып алып бешерәм икмәкте. Бөтәһендә дөрөҫ эшләйем кеүек, инәйҙәр өйрәткәнсә еренә еткереп үтәйем. Ләкин икмәгем күбеп бешер урынға, сөсө икмәк һымаҡ ялпашып килеп сығала ҡуя мейестән. Икмәк һалған һайын, көн илап тамамлана. Ә был инде ҙур трагедия минең өсөн, минең эшләгән эшем һәр ваҡытта тик иң яҡшыһы, иң уңғаны булырға тейеш. “Эшләһәң еренә еткереп эшлә, әгәрҙә ҡулыңдан килмәй икән бөтөнләй тотонма!”- минең ғүмерем буйына девизым ошо. Әгәр ҙә, эште ҙур теләк менән, күңелемде һалып башҡарам икән, уны еренә еткермәйенсә мине бер нәмәлә туҡтата алмай был донъяла. Ә инде нимәнелер эшләргә теләгем юҡ икән мине хатта бульдозер ҙа урынымдан ҡуҙғата алмаясаҡ. Шуға ла һалған икмәгемдең уңмауы - ҙур проблема !
Бер көндө ҡәйнешемдең өлкәнерәге:”Еңгәй, икмәк әсетеп һалһаң, миңә әйт әле, ниндәй хата эшләйһең икән ҡарарбыҙ”- тине. Икмәк һалырға йыйынған көндә, ҡәйнешемдең өйҙә булыуын һорайым. Ул, ҡамыр әсетергә ҡуйғандан алып, минең ниндәй эштәр
башҡарғанымды байҡап йөрөнө. Мейескә яғып ебәргәс, әле яртылаш ҡына янған мейескә ҡарап, ҡәйнешем:”Еңгәй, ҡамырыңды табаға эшләп ултыртырға ваҡыт,”- тине.“Иртә бит әле, мейес ҡуҙланып өлгөрмәгән,”- тип яуаплайым. “Ҡуҙланғас һуң була, ҡамыр ҡалҡып өлгөрмәй, шуға күрә икмәгең сөсө икмәк һымаҡ була,”- ти ҡәйнешем.
Был юлы бешереп алған икмәгемдең шул тиклем күбеп, йомшаҡ, хуш еҫле булып бешкәнен күрһәгеҙ! Ә минең ҡыуанысымдан ҡәйнешемде ҡосаҡлап, үбеп–үбеп рәхмәт уҡыуымды, бәхетемдән бейеп-бейеп алғанымды күрһәгеҙ, алйыған тип уйлар инегеҙ. Һөйөклөмдөң эштән ҡайтҡанын көтөп, саҡ кис еткерәм. Ул ҡапҡанан ишек алдына ингәндә, мин икмәктәремде тотоп, уны ҡаршылап өй тупһаһында бейеп тора инем. Икмәгемдең шул тиклем матур булып уңып бешкәнен, уны ҡәйнешем ярҙамында эшләгәнемде, ниндәй бәхетле икәнемде бер тынала һөйләп бирәм. Ҙур түңәрәк икмәкте шул көйө тешләтеп ауыҙ иттерәм ғәзиземә, үҙемде лә онотмайым. Ә һөйөклөм, мине икмәктәрем менән ҡуша күтәреп, көлә-көлә ишек алды буйлап өйрөлдөрә, ул минән дә бәхетлерәк, минән дә шат. Ошонан һуң һәр икмәк һалыуым шатлыҡ, ҡыуанысҡа, байрамға әйләнде минең өсөн.
Ләкин бер көндө беҙ өйҙә икәү генәбеҙ, ҡәйнештәрем күрше ауылға туғандарына бесән сабышырға киткәндәр ине. Мин ҡамыр ҡуйғанмын, һөйөклөм ишек алдында мотоциклын йүнәтә, мөкиббән китеп соҡой, техника тиһәң иҫе китә торғайны. Ҡамыр бер нисә тапҡыр ҡалҡып, баҫып ултырттым инде, мейескә яғырға ярып әҙерләнгән утын бөткән булып сыҡты. ”Икмәк һалып алырға, утын ярып бир әле зинһар тиҙ генә! ”- тип үтенәм ғәзиземә. “Хәҙер, хәҙер, бер минут!”- ти ул, үҙе һаман шул матайы менән мәж килә. Утын ярыу минең ҡулдан килмәне инде ғүмер буйы, өйрәнә алманым, оһолом юҡ. Үҙем иртәнсәктән ҡыҙып, янып барам, тиҙ генә дөрләп тоҡанырға ғына торам. Тәүге балама ауырлымын, әллә шуғамы? Утын яра белмәгәнемәме? Һөйөклөм үҙенең эше менән булышып, мине ишетмәгәнгәме? Белмәйем ниндәй сәбәптәндер енем сығырға әҙер тора. Бер нисә тапҡыр өндәшәм, һөҙөмтә шул уҡ. Иң ахыры эсемдәге ҡоторонған енем сығып китә. Мин: “Нишләп шул утын ярып бирергә лә ҡаңҡылдатаһың кешене? Матайың ҡасып китәме әллә? Бер аҙға айырылып торһаң, тимереңә бер нәмәлә булмаҫ ине әле. Ә ҡамыр ныҡ әсеп артап, китә лә инде! Һәр нимәнең үҙ ваҡыты бар бит! Икмәк миңә генә кәрәкме ни ул? Һиңә кәрәкмәгәнде мин нишләп көйәм әле! Миңә тем более кәрәкмәй!”- тип, шул енләнгән ҡыҙыулыҡ менән, ҡамырымды елтерәтеп алып сығып, һарай янындағы ҡош-ҡорт һауытына ауҙарам да, дөбөр –шатыр өйгә инеп китәм. Ярһыуымды баҫа алмай бер килке хитланам.
Мин ҡабаттан ишек алдына сыҡҡанда, төйлөгән ҡаҙҙарымдың береһенең бәпкәһен типкәнен күреп ҡалам. Бар донъяға һөрән һалып, төйлөгәнде баҫтыра башлайым. Таш, тупраҡ, таяҡ елләйем, яман тауыш менән ҡысҡырам, баҫтыра-баҫтыра төйлөгәнде тетәм генә. Бәпкәнең ауырлығынан осоп китә һалырға өлгөрә алмаған, бурҙың өҫтөнә ябырылам. Минең асыуым шул тиклем курҡыныс булғандыр инде, төйлөгән ҡото осоп бәпкәне төшөрөп ҡалдыра. Ләкин муйыны һынған бәпкә үлгәйне инде, мин илай – илай уны ергә күмәм. Кире ишек алдына ҡайтып ингәс, ҡояш йылыһына тағыла нығыраҡ ҡалҡып киткән ҡамырымды һырып алған тауыҡтарҙың, уны тапауын суҡыуын күреп мин инде үкереп илайым. Бирлелегемде тыя алмай ниндәй вәхшилек эшләүемде аңлауым, мине иҫ киткес хәсрәткә күмеп китә. Тауыҡтарҙы борҡолдатып ҡыуып ебәрәм дә, ҡамырлы һауыт эргәһендә сүгәләп үҙемде әрләй-әрләй илайым. Был хатаны төҙәтеп булмағаны бигерәктә аяныслы, йән әрнеткес үкенесле,
әсенешле хәл булды минең өсөн.
Ипләп кенә яуырынымдан ҡосаҡлап, күкрәгенә ҡыҫып, һөйөклөм мине тынысландырырға тырыша: “И-и-и и яһилым, бирлем минең! Ғәфү ит, ғәфү ит мине йәнем! Зинһар илама! Тыныслан, үҙеңден дә, бәпәйҙең дә һаулығына зыян булыр. Ул тиклем көйөнөрлөк бер нимәлә юҡ бит. Зинһар тыныслан! Бары ла яҡшы бит, хафаланма!”
“Бер нәмә лә юҡ тиһең! Ә ҡамырымды күрмәйһеңме? Мин тауыҡ суҡып, тапап бысратһын өсөн икмәккә ҡамыр әҙерләгәнменме ни? Етмәһә анау төйлөгәне бәпкәләремде урлай!”- тип ҡаршылашам.
“Ҡамырҙы беҙ башҡа тапатмайбыҙ, йыйып алып мейестә көлсәләр (көлгә күмеп бешерелгән өшә) бешереп һарыҡ-кәзә, башмаҡтарға ашатырбыҙ.” - ул һөйләп кенә ҡалмай, ҡамырҙы йыйып алып утъяҡҡысҡа алып инеп тә китә. Мейескә лә яғып ебәрергә өлгөргән икән. “Бөтәһе лә һәйбәт булыр! Тик һин генә илама йәнем! Зинһар көйәләнмә! Йә йылмай әле, йылмай! Ә төйлөгәнгә килгәндә, һин уның шул тиклем ҡотон осорҙоң, ул башҡа беҙҙең ишек алдына яҡын юламаясаҡ, алыҫтан урап осоп үтәсәк. Туғандарына ла һөйләйәсәк, Зилдәнең бәпкәләренә теймәгеҙ, кем тыңламай уға үлем янай тип. Шуның өсөн төйлөгәнде онот та бер генә йылмай әл йәнем!”- иркәләп, һөйөп барыбер тынысландырып, йылмайтып ҡуя мине ғәзизем. Бер аҙҙан мин дә унан, миңә үпкәләмәүен үтенәм. Алйотлоғом, сабырһыҙлығым менән ҡылған хатам өсөн ғафү үтенәм. Башҡа бер ҡасан да, нисек кенә бирләнһәм дә ризыҡтарҙы сығарып елләмәҫкә һүҙ бирәм. Һәм мин ғүмерем буйы ул һүҙемде тотасаҡмын.
Ошо көндән алып мин бер ваҡытта ла утын тип йонсомаясаҡмын.
Утын һәр саҡ ярылған, өй тупһаһына ташып өйөп ҡуйылған буласаҡ. Айырым ҡумтала ҡоро тап, туҙ тултырылған һәм гел генә шулай буласаҡ. Ашнаҡ, мунса соландарында ла ҡоро утын ярып өйөлгән, эргәһендә ҡумтала тап, туҙ торасаҡ. Һөйөклөм дә, ҡәйнештәрем дә, миңә утын тип иларға, башҡаса юл ҡуймаясаҡ. Ә мин уларҙы һәр ваҡыт хуш еҫле, тәмле, күбеп бешкән икмәктәр менән һыйлаясаҡмын.
13-14 йылдар үтеп киткәс мин тағы бер шундайыраҡ эш ҡылып ҡуясаҡмын. Был инде бөтөнләй икенсе сәбәптәргә, икенсе хәл-ваҡиғаларға бәйле буласаҡ. Күңелем килһә һөйләрмен әле бер саҡ.
+33 °С
Ясно






