бар, оло йәштәге пенсионерҙар ҙа, йәштәр ҙә туплаған. Башҡа ауылдарҙан да киләләр. Мәҫәлән Таһир Дәүләтбаев Һәүәләй ауылынан булһа, Гөлсара һәм Мөҙәрис Алдаҡаевтар һәм уларҙың улдары Марсель – Баҡсалынан. Әлеге ваҡытта “Аты барҙың дәрте бар” комедияһын әҙерләү менән мәшғүлбеҙ. Беҙҙең Прибельский ауылында төрлө халыҡ вәкилдәре йәшәһә лә, башҡорт тамашаларын яратып ҡарайҙар, гастролдәр менән дә йөрөйбөҙ. Спектаклдәребеҙҙә төрлө темаларҙы сағылдырырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, “Китмәгеҙ, торналар” спектакле имен булмаған ғаиләләр тураһында. Уның премьераһына махсус рәүештә балаларын тәрбиәләүгә илке-һалҡы ҡараған ғаиләләрҙе саҡырҙыҡ. Уларҙың унауһының береһенә генә лә саҡ ҡына булһа ла ыңғай йоғонто яһаһаҡ, беҙ үҙ бурысыбыҙҙы үтәгәнбеҙҙер, тим. Ғөмүмән, тетарҙың тәрбиәүи йоғонтоһо бик ҙур ул, минеңсә.
Бая һеҙ мәҙәниәттең төп миссияһы нимәлә, тигән һорау биргән инегеҙ. Шуға яуап биреп үткем килә. Быуаттар төпкөлөнән килгән йәдкәрҙәребеҙе – йыр-моңобоҙҙо, йолаларыбыҙҙы быуындан-быуынға тапшырыу эше лә беҙҙең иңдә. Беҙ күрһәтмәһәк, өйрәтмәһәк, балаларыбыҙ боронғо йолаларыбыҙҙы, халыҡ йырҙарын ҡайҙан өйрәнер? Үҙҙәренән һуң килгән быуынға компьютер уйындары, кинофильмдар тураһында һөйләрме? Шулай, мәҙәниәт усағыбыҙҙа милли мөйөш булдырҙыҡ. Бында һандыҡ, бишек, туҡыу станогы, һике һәм башҡа боронғо көнкүреш әйберҙәре бар. Ауылдағы мәктәптә 800-ләгән бала уҡый. Уларҙы сиратлап мәҙәниәт усағына саҡырабыҙ, күрһәтәбеҙ, һөйләйбеҙ, бишек йырҙарын йырлайбыҙ, бергәләп “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Ҡульяулыҡ һалыш” кеүек уйындарҙы уйнайбыҙ. Күптән түгел балалар менән бергә “Ҡарға бутҡаһы” йолаһын уҙғарҙыҡ. Шулай гөрләшеп эшләп йөрөгән көнөбөҙ. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә барып етә, тиҙәр бит. Беҙ, иң мөһиме, эшебеҙҙе яратабыҙ, ә мәҙәниәт яратып, янып хеҙмәт иткәнде ярата.
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА:
- Вәсилә Яхъя ҡыҙы, һеҙ мәҙәниәт өлкәһендә күптән түгел генә эшләй башланығыҙ. Үҙегеҙҙең тәьҫораттарығыҙ тураһында бүлешегеҙ әле. Был өлкәгә ғашиҡ булдығыҙмы, әллә юҡмы? Ниндәй ауырлыҡтар менән осраштығыҙ?
Вәсилә СӘХӘПОВА:
- Ысынлап та, мәҙәниәт мауыҡтырғыс та, ауыр ҙа үҙе бер донъя. Эшләүе оҡшай, ауырлыҡтарға килгәндә, тәүҙә эшләй башлағас та халыҡты сараларға йәлеп итә алмай аптыраным. Шуға иң беренсе эште балаларҙан башларға булдым: малай-ҡыҙҙар менән “Йәшлек” бейеү ансамблен ойоштороп ебәрҙек. Әлеге ваҡытта парлы бейеү әҙерләйбеҙ. Тәүҙә бигерәк тә малайҙар менән эшләү ауырыраҡ булды, сөнки сәхнәлә сығыш яһап өйрәнмәгәндәр. Хәҙер иһә уларҙың үҙҙәренә лә оҡшай. “Апай, репетиция ҡасан була?” – тип һорап ҡына торалар. Сәхнә кешегә шәхес булараҡ асылырға, үҙ-үҙеңә ышанырға ярҙам итә тиҙәр бит, шуға үҙемдең балаларымды ла мәҙәниәткә ылыҡтырырға тырышам.
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА:
- Элек халыҡ клубҡа күңел асырға, “танцы”ға килер булған. Хәҙер иһә интернет, телевидение халыҡты бер аҙ мәҙәниәттән ситләштергәндер, моғайын. “Интернетты асам да теләгән концертты ҡарайым”, - тиеүселәр ҙә юҡ түгел.
Линара ҒАФАРОВА:
- Шулай ҙа улар тере аралашыуҙы алыштыра алмай бит. Беҙ халыҡтың ялын матур итеп ойоштороу, уларҙы мәҙәниәткә йәлеп итеү маҡсатында дискотекаларҙы йәнләндереп уҙғара башланыҡ. Фойеға өҫтәл-ултырғыстар ҡуябыҙ, сәй әҙерләйбеҙ. Халыҡ үҙе кәнфит-печенье тотоп килә лә өҫтәл артында үҙ компаниялары менән матур итеп сәй эсеп ултыра, кемдер гармунда уйнай, кемдер йыр йырлай. Прибельскийлылар бындай форматтағы сараларҙы бик ярата. “Ҡунаҡта ултырған кеүек булдыҡ”, - тип ҡәнәғәт булып ҡайтып китәләр. Башҡорт ғаиләһе көнөнә уҙғарылған сараны ла шул рәүешле ойошторҙоҡ. Айына бер тапҡыр “Ритайым”, йәғни башҡортса дискотекалар уҙғарабыҙ.
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА:
- Ә мәҙәниәт усаҡтарын матди-техник яҡтан тәьмин итеү яғынан хәлдәр нисек?
Фәһимә АБРАФИҠОВА:
- Элекке йылдар менән сағыштырғанда хәҙер, аллаға шөкөр, тип әйтерлек. Мин клубта эшләй башлаған осорҙа, 2003 йылда, хәлдәр күпкә мөшкөлөрәк ине: клубта ултырғыстар ҙа, кейергә кейемдәр ҙә, исмаһам шкаф та юҡ. Ниндәйҙер кисә ойошторам тиһәң, кейем таба алмай ыҙаланабыҙ. Сара уҙғарған һайын костюм артынан район үҙәгенә йөрөү ҙә уңайһыҙ. Шулай, яңы йыл алдынан водитель булып эшләүсе хәләл ефетемә 7 мең һум (ул ваҡытта ул күп аҡса ине) премия бирҙеләр. Шул аҡсаны йомарланым да ательеға барып, милли күлдәктәр тектереп ҡайттым. Хәҙер иһә костюмдар ҙа етерлек, иҫке булһа ла, музыка ҡоралдары ла бар. Әлегә аппаратураны яңыртыу мәсьәләһе генә көнүҙәк булып тора. Ватыла ҡалһа, ҡаҙ, йә булмаһа ҡапсыҡлап бәрәңге биреп, эшләтеп алабыҙ. Оҙаҡламай етәкселек тарафынан был мәсьәлә хәл ителер, тигән ышаныстабыҙ. Ә дөйөм алғанда, дәүләт яғынан мәҙәниәткә иғтибар артты, районда байтаҡ коллективҡа үҫеш өсөн гранттар бүленде, һәм был беҙҙе тағы ла нығыраҡ дәртләндермәй ҡалмай.