Район халҡы Һеҙгә – үҙ эшен яратып башҡарыусы ижадсыларға, энтузиастарға ҡарап тора. Һеҙ изге эш башҡараһығыҙ – кешенең донъяға ҡарашын, әхлаҡи нигеҙҙәрҙе булдыраһығыҙ, эстетик зауыҡ үҫтерәһегеҙ, аң даирәһен киңәйтәһегеҙ, тыуған ергә һөйөү аша быуындар бәйләнешен тәьмин итәһегеҙ.
Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һеҙ күңел байлығығыҙҙы йомарт өләшеп, кешеләргә шатлыҡ бүләк итәһегеҙ. Көндәлек хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдереп, маҡсаттарығыҙҙың ғәмәлгә ашыуын, ижад ҡомарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ.