Даирә
+17 °С
Облачно
Мәҙәниәт
22 Марта 2021, 11:16

Хәтирәләрем йәйләүе

Иҫләйһегеҙме, ҡыҙҙар үткәндәрҙе,Йәйләүҙәргә күскән саҡтарҙы.Тонна-тонна һөттәр һауып,Фермабыҙҙың данын тотҡанды.

Шул йәйләүгә китеп барам,
Һиндә үтте йәшлек йылдарым.
Киләм әле осоп-талпынып,
Һүтергә тип йәшлек йомғағын.
Әрәмәнең һәр ағасы таныш,
Ҡоштарында һағыш моңдары.
Ғүмерҙәр бит нисек тиҙ үткән,
Бына бит тағы йәйҙәр етте.
Йәйләү генә тынып ҡалған,
Ишетелмәй ҡыҙҙар тауышы.
Туҡтап ҡалған киске уйындары,
Егеттәрҙең гармун моңдары.
Их, ҡайтараһы ине бер миҙгелен,
Һағышлы ла, күңелле лә саҡтарҙың.
Тирәк төптәрендә ял иткәнде
Ҡарағайлы сәйҙәр эскәнде.
Ағиҙелдә һыу ҡойоноп.
Һыуһындарҙы баҫҡанды,
Йырлай-йырлай кәмәләрҙә йөҙөп,
Моңдар ярған саҡта ярҙарҙы.
Күпме вәғәҙәләр бирелгән һиндә,
Күпме яҙмыштарға нөктә ҡуйылған.
Барыбыҙға серҙәш булып ҡалған
Шишмәбеҙ ҙә көткән, һағынған.
Юғалдығыҙ тиеп асыуланма,
Һағынабыҙ һәр саҡ йәйләүем.
Йөрәктәрҙә тибеш булған саҡта,
Килербеҙ беҙ һиңә тағы.
Миңнира Сәхәпова.
Түбәнге Төкөн ауылы.
Фото интернетиан алынды.
Читайте нас