Элек-электән Науруз байрамын яҙҙы ҡаршылағанда уҙғарыр булғандар. Науруз байрамы тирә-йүндең яңырыуын, йомартлыҡты, киләсәккә яҡты өмөттәрҙе символлаштыра. Район мәҙәниәт һарайының "Сатҡылар"халыҡ театры артистары тамашасыларға ошо боронғо йоланы күрһәтте, иңге теләктәрен яңғыратты. Ә инде Наурзбикә сәхнәгә сығып, барыһын да байрам менән ҡотлап, тирә-йүнгә яҙ кәйефе, матурлыҡ таратҡандай булды. "Дәрт, "Йәшлегем моңдары", "Журавушки", "Тылсым", "Родник" ансамблдәре һәм Айҙар Мөхәмәтгәрәев, Салауат Әйүпов, Фәрит Яҡшығолов, Ольга Исхаҡова һәм башҡалар бүләк иткән йыр-моң байрамға тағы ла сағыулыҡ һәм йәм өҫтәне.