Даирә
+30 °С
Ясно
Мәҙәниәт
17 Марта 2021, 07:20

Сәғиҙулла Байегет ниңә һағышлана?

"Әле булһа хәтеремдә, 15 йәштәр тирәһе ине, ул йылда әсәйем менән икәүҙән-икәү генә бесән әҙерләнек".

Билдәле йырсы, актер Сәғиҙулла Байегет йәйҙе өҙөлөп һағынған. Ул тыуған ауылына ҡайтып, кәбән төбөндә, бесән эшләгәндәге хәтирәләрен иҫкә төшөрөп, социаль селтәрҙә дуҫтары менән бүлешкән.
“Әллә быйылғы ҡыш оҙон булғанғамы, йәйҙе ныҡ һағындырҙы әле ул... Ни өсөндөр йәйге ваҡыт бесән әҙерләү осоро булып күҙ алдына баҫа. Әле булһа хәтеремдә, 15 йәштәр тирәһе ине, әсәйем менән ул йылда икәүҙән-икәү генә бесән әҙерләнек. Техника тигәне атай мәрхүмдән тороп ҡалған ерән бейә.
10 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Талдуйға табан үргә барыр кәрәк. Атты йәлләп урыны менән йәйәү ҙә бараһың. Көнө буйы эш менән булышҡас, сапҡан бесәнеңде күбәләп, берәй йөгөн арбаға тейәп ҡайтыуҙары үҙе ни тора. Хатта бейәбеҙ ҙә түҙемһеҙләнеп, башын сайҡай-сайҡай, "но" тип әйткәнде көтөп кенә торған һымаҡ. Арбалағы бесән шул хәтлем йомшаҡ һәм уның хуш еҫе башты әйләндерә.

Шулай көн дә, 45 көн буйына тәүлектәр ҡабатлана торҙо, һәм, ниһайәт, быйылға бесән тамам, һуңғы йөктө тейәп ҡайтыуға сыҡтыҡ. Хатта бер аҙ күңел төшөнкөлөгө лә биләп алғандай булды, ни тиһәң дә, теүәл бер йылға хушлашабыҙ бит тәбиғәт хозурлығы менән. Бына йөҙ аҙым самаһы ҡалды ҡайтып етергә, ни бары йылғаны ғына аша сығырға ла һәм өйҙә буласаҡбыҙ. Эй әйттәгенәһе икән дә, йылғаны сыҡҡанда, күсәр ташҡа эләгеп, арбаның кендеге тапҡырынан уртаға һынып сыҡмаһынмы!
Бына 15 йәшлек Сәғиҙулла үкһеп иларға тотонмаһынмы... “Кеше уның өсөн илаймы, кит, ярһыма улайтып”, - тип әсәйем йыуатырға тырышһа ла, күҙ йәштәре һаман түгелә бирҙе. Егет ҡорона инеп кенә килгән малай, күрәһең, арып-талып та бөткән булғанмындыр инде 45 көн буйына ни. Ни тиһәң дә, был йөктө лә алып ҡайтып, урын-еренә еткереп, бесәнде шуның менән ослап ҡуйҙыҡ ул йылды.

Рәхәт шул бесән ҡуйынында ятыуы... Ә тыуған яғыңа ҡайтып әсәй эргәһендә булыуы ищү ҙә һәйбәтерәк!
Иң мөһиме әсәйҙәребеҙ иҫән һау булһын!!!” - тип үҙенең уй-кисерештәре менән уртаҡлашҡан йырсы.
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/S-i-ulla-Bayeget-ni--a-ishlana-717565/
Читайте нас