Даирә
+19 °С
Ясно
Мәҙәниәт
15 Марта 2021, 04:54

Кинола түгел, ә Өфөлә булған...

Өфөлә урлашыуҙа һәм ҡурҡытып талауҙа ғәйепләнгән дүрт кеше ҡулға алынған.

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының оператив-эҙләү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Өфө ҡалаһының Киров районы буйынса тәфтиш бүлеге “Бер төркөм кешеләрҙең алдан килешеп, көс ҡулланып, кеше талауы” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Был осраҡ буйынса Өфө ҡалаһында йәшәгән 27 йәштән 33 йәшкә тиклемге дүрт кеше ҡулған алынған.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, быйыл февралдә шик аҫтында булғандарҙың береһе Өфө ҡалаһының ритуаль хеҙмәт салонында эшләгән танышын алдап, урлауҙы ойоштора. Һуңынан үҙенең әшнәләре менән уны туҡмайҙар һәм һәр бер ерләү тураһындағы килешеү өсөн 1 мең һум аҡса түләп тороуҙы талап итәләр, йәғни ай һайын 100 мең һум самаһы тура килә. Хеҙмәткәр, үҙенең ғүмере өсөн ҡурҡып, килешә. Ир туҡмалыу арҡаһында өс аҙна самаһы дауаханала ята, һуңынан ул тәртип һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Тәртип һаҡлау органдары был енәйәтселәрҙең эҙенә төшә, уларҙың өйөн тентегән саҡта туғыҙ берәмек һунар һәм йәрәхәтләү ҡоралын тартып ала.
Ҡулға алынған әҙәмдәр менән тәүге тәфтиш эшмәкәрлеге үткәрелгән һәм ғәйепләү белдерелгән, әммә улар әлегә үҙ ғәйебен танымаған. Тәфтишсе юллауы буйынса, суд уарҙы һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарған.
Бына шулай, был кинола түгел, ә Өфөлә булған хәл...
Фото: БР буйынса Тәфтиш идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас