Даирә
+19 °С
Ясно
Мәҙәниәт
13 Марта 2021, 06:01

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙсыларҙы ҡайҙа саҡыра?

Виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов кемдәргә бүләк әҙерләй?

Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов 17 апрелдә 50 йәшлек юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә. Ошо уңайҙан ул 1 марттан 17 апрелгә тиклем онлайн рәүештә видеоформатта ҡумыҙсылар конкурсы ойоштора.
Бәйге ике йәш төркөмөндә үткәрелә: 16 йәшкә тиклемгеләр һәм 16 йәштән өлкәндәр.
Конкурс еңеүселәрен виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үҙенең юбилей концертында ҡотлаясаҡ һәм бүләктәр тапшырасаҡ. Концерт «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 17 апрелдә үтә.
«Тамаша тулыһынса ҡумыҙға арналасаҡ. Унда беҙ халыҡ уйын ҡоралын тергеҙеүҙә, танытыуҙа күп йыллыҡ эштең һөҙөмтәһе булараҡ, республика райондарынан һәм Рәсәй төбәктәренән ҡумыҙсыларҙы, ижади конкурстар еңеүселәрен саҡырабыҙ. Шулай уҡ билдәле артистар ҡатнашыуы көтөлә, даланлы тамашасыларҙы ла бүләктәр көтә», - тип һөйләп үтте Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәр Миңлеғәфүр Зәйнетдиновҡа “Бәйләнештә”ге, Инстаграмдағы сәхифәләре аша мөрәжәғәт итә ала.
Фото М. Зәйнетдиновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Mi-le-f-r-Z-ynetdinov-umi-silar-i-ay-a-sa-ira-714431/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас