Даирә
+33 °С
Ясно
Мәҙәниәт
13 Марта 2021, 06:05
Фольклориаданың программаһында ниҙәр ҡаралған?
Сараға ярашлы планлаштырылған үҙенсәлекле ваҡиғаны теркәү өсөн Гиннесс рекордтар китабына ғариза бирелгән.
3 - 10 июлдә Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк. Уның барышында баш ҡаланың үҙәк урамдарынан алып “Торатау” конгресс-холы амфитеатрына тиклем ҙур парад ойоштороласаҡ, унда 200 илдән килгән халыҡ ҡатнашасаҡ. Был ваҡиғаны теркәү өсөн Гиннесс рекордтар китабына ғариза бирелгән.
"Коронавирус пандемияһы сәбәпле, беҙ бер йыл элек фольклориаданы 2021 йылға күсереү тураһында ҡарар ҡабул иткәйнек. Мөһим сара Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үткәрелә, уға әҙерлекте әүҙемләштереүҙе хәҙерҙән башларға кәрәк", - тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.
Вице-премьер Азат Бадранов белдереүенсә, сарала ҡатнашыу теләген белдергән 74 илдән заявка ҡабул ителгән, һөҙөмтәлә 70-е фольклориадаға килеү хоҡуғына эйә булған. 47 ил коллективтарының исемлеген дә ебәргән. Азат Бадранов шулай уҡ билдәле опера йырсылары Вероника Джиоева һәм Илдар Абдразаҡов менән һөйләшеүҙәр уҙғарылыуын да билдәләне.
Саралар республиканың 35 муниципаль берәмегендә уҙасаҡ. Программала – милли музыка һәм бейеүҙәр, күргәҙмә-йәрминкәләр. 3 июлдә “Өфө-Арена” майҙансығында сараны асыу тантанаһы ойоштороласаҡ. 4 июлдә ҡатнашыусыларҙы һәм этно-музыканың донъя йондоҙҙарын берләштереүсе фестивалдең төп сәхнәһе - “Фольклориада йөрәге” эш башлаясаҡ.
Программаның эшлекле өлөшөнә килгәндә, “Торатау” конгресс-холында мәҙәниәт, донъя халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫын һаҡлау буйынса конференциялар, CIOFF®️ комиссияларының һәм комитеттарының ултырыштарын, донъя халыҡтары музыка ҡоралдарының фотокүргәҙмәләрен, һынлы сәнғәт оҫталарының, һөнәрселәрҙең күргәҙмәләрен һ.б. үткәреү күҙаллана.
CIOFF®️ традицион сәнғәт һәм фольклор фестивалдәре ойошмаһының Халыҡ-ара советы 1970 йылда ойошторола. 51 илде берләштергән беренсе фольклориада 1996 йылда Нидерландта уҙғарыла.
Автор: Римма Султанова
https://bash.rbsmi.ru/articles/folkloriada/Folkloriadani-programma-inda-ni-r-aral-an-714417/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!