Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Март 2021, 14:13

"Улар күптән бергә. Бик матур пар!"

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо, моңло тауышлы йырсы Ришат Төхвәтуллин бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Күптәр уға 25 йәш тирәһе бирә, сәхнәлә күпме йылдар сығыш яһауына ҡарамаҫтан, һаман бер үк, үҙгәрмәй, тигәндәр күп. Ысынлап та, нисә йәштә һин, Ришат?

Ул 1989 йылдың 3 мартында Туймазы районында тыуған. Күптәр йырсыны Әлиә Ҡарасурина менән "өйләндереп" тә ҡуйҙы. Быға күптән түгел Ришаттың Инстаграмдағы сәхифәһендә "Ул эйе тип әйтте. Ульян концертында" тип яҙып, видеояҙма ҡуйыуы сәбәпсе булғандыр, күрәһең. Баҡтиһәң, Төхвәтуллиндың концерттарының береһендә бер егет һөйгәненә тәҡдим яһаған, ә ҡыҙы "эйе" тип яуап биргән.

Инстаграмдағы дуҫтары йырсыға кәләш алырға ваҡыт етеүе, уның тиҙерәк өйләнеүен теләүҙәре хаҡында бик күп комментарий ҡалдырған. Ысынмы-юҡмы, хатта бер ханым "Әлиә менән Ришаттың никахына бер йылдан ашыу, йәштәр күптән бергә. Был уларҙың сере. Бик матур пар!" тигән яҙыу ҙа ҡалдырған.

Яратҡан йырсыбыҙға нисә йәш икәнен белдек, ә бына өйләнгәнме-юҡмы икәне һаман сер булып ҡала...

Фото: biographe.ru
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас: