Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Март 2021, 14:06

“Өс таған”ды мәскәүҙәр ҙә ҡараны

Мостай Кәримдең “Өс таған”ын уҡымаған кеше һирәктер. Повесть буйынса фильм күренекле әҙәбиәт әһеленең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы төшөрөлгәйне. Һәм бына, ниһайәт, оҙаҡ көткәндән һуң, ул прокатҡа сыға – иртәгә, 4 марттан алып уны Башҡортостан, Татарстан, башҡа күрше төбәктәр, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Алтай крайы кинотеатрҙарында ҡарарға мөмкин. Был яңылыҡты “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.

Кисә Мәскәүҙең Кино йортонда “Өс таған” фильмының премьераһы булып үтте. Унда Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимованың, М.Кәрим исемендәге фонд етәкселегенең ҡотлауҙары уҡып ишеттерелде.

Баш ҡалала фильм менән уны төшөргән ижади төркөм – режиссеры Айнур Асҡаров, актерҙары, фильм төшөрөү төркөмө – таныштырҙы. Режиссер был фильмды бөгөнгә үҙенең иң яҡшы эше тип һанай.

“Кино йортонда премьера үткәреү һәр кинематографист өсөн ҙур мәғәнәгә эйә, шуға тулҡынланабыҙ, борсолабыҙ”, – тип уй-тойғолары менән бүлеште А. Асҡаров. – Зал ныҡ ҙур, сикләүҙәргә ярашлы тултырған көйө лә бында 600–700-ләп кеше һыя. Бөгөн фильмыбыҙҙы оло юлға сығарабыҙ”.

Премьерала хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа булды, улар иҫәбендә – билдәле актер, Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" фильмы режиссеры Александр Галибин. Ул үҙенең сығышында: “Бөйөк кеше һәм әҙәбиәтсенең прозаһына мөрәжәғәт итеү – Башҡортостан өсөн генә түгел, Мәскәү өсөн дә оло ваҡиға,– тине. – Башҡорт һәм рус халҡының берлеге өсөн бик күпте эшләгән был кеше – планета масштабындағы шәхес ул. Ул минең рухыма ныҡ яҡын. Бөйөк шәхес хаҡындағы иҫтәлекте йөрәгемдә һаҡлайым һәм үҙемдең инде башҡорт мәҙәниәтенең бер өлөшөнә әйләнеүем менән ғорурланам”, – тип белдерҙе.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республикала башҡорт кинематографына ярҙам күрһәтелгәнен, фильмдар төшөрөлөп, уларҙың прокатҡа сығыуына булышлыҡ иткәндәрен билдәләп үтте. “Беҙҙең классигыбыҙ Мостай Кәрим мәңгелек темалар тураһында яҙҙы, кешеләрҙең тормошон, уларҙың, – ә был повесында оло хыялдар менән йәшәгән балаларҙың, – өмөттәрен һүрәтләне. Айнур Асҡаровтың ошо үҙенсәлекте тотоп ала алғаны фильмды уңышлы итер, шуға ла уны бөтә ил балалары яратып ҡарар, тип уйлайым”, – тине ул.

Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: “Өс таған” бөгөнгә инде 10-лап халыҡ-ара фестиваль наградаларына лайыҡ.

Фото: Башинформ.

Автор: Равиля Гатауллина.
Читайте нас: