Даирә
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Март 2021, 17:45

«Беҙ ҡатнашмай, кем ҡатнашһын», тип Иҫке Муса ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашты

Иҫке Муса ауылы оло юл сатында урынлашҡан. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә бында айырыуса ир-ат әүҙемлек күрһәткән. «Муса-Мең» паркына нигеҙ һалынған, һәр ғаилә исемләп үҫентеләр ултыртҡан. Ауылда волейбол ныҡ үҫешкән. Спорт ярыштары, мәҙәни сараларҙы ауылдаштар бергәләп ойоштора.

Милли ризыҡтар бешереү буйынса ла оҫталыҡ дәрестәре йыш үткәрелә, ағинәйҙәр йәш хужабикәләрҙе ҡомалаҡтан икмәк бешерергә өйрәтә, Илдус Мөхәмәтйәров ауылдаштарға балсыҡтан әүәләп һауыт-һаба яһарға ла оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Проектты яҡлау сараһына шундай һауыт-һабаһын да алып барған ул.
Иҫке Муса ауыл хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова әйтеүенсә был конкурс бик мөһим. Ул ауылдаштарҙы берләштерә, яңы маҡсаттар ҡуя. “Беҙ республикала ниндәй урын алыуыбыҙға ҡарамай, башланған эштаребеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Саралар үтә лә китә, улар күңелде үҫтерергә, алға ынтылыш бирергә тейеш тип иҫәпләйем”, – ти ул.
#трезвоесело2020
#айыкауыл2020
#ИҫкеМусаайыҡауыл
Читайте нас: