Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Февраль 2021, 12:55

Радик Юлъяҡшин Татарстанда йырламаҫҡа булған

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин быйыл Татарстанда концерттары булмаясағы тураһында хәбәр итте. Был хаҡта ул “Instagram” социаль селтәрендәге белдерҙе.

“Сәбәбе һеҙҙең менән миңә бәйле түгел. Дуҫтар, беҙ мотлаҡ осрашасаҡбыҙ, тик һуңыраҡ”, – тип яҙған артист. Әлбиттә, был яуап тамашасыларҙы һәм журналистарҙы ҡәнәғәтләндермәй, улар сәбәбен һорап күптәр яҙа башлағас, йырсы “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә аңлатма биргән: урындағы “Роспотребнадзор” менән тартҡылашыуҙарға бәйле, коронавирус тарата тип штрафтар ҙа һалғандар, шуға ла Татарстанда концерттарын уҙғармаҫҡа булған.

Радик Юлъяҡшин тамашасы аңлап ҡабул итеренә ышана. Яҡташыбыҙ быйыл Башҡортостанда, Удмуртияла, Мари Иле, Сыуашстан республикаларында, Ханты-Манси автономиялы округында, Мәскәү ҡалаһында һәм өлкәһендә, Үҙәк Рәсәйҙә, Украинала, Ҡырғыҙстанда, Ҡаҙағстанда, Германияла, Төркиәлә сығыш яһарға йыйына. Әйткәндәй, концерттарының графигын да төҙөгән. Шул уҡ ваҡытта ул хәүефһеҙлек саралары тураһында ла иҫкәртә.

“Эйе, вирус әлегә тулыһынса сигенмәне. Концерттарҙы сара үткәреү ҡағиҙәләрен күҙәтеп уҙғарасаҡбыҙ. Үҙегеҙ менән битлек алыуығыҙҙы һорайым һәм яҡшы кәйеф теләйем”, – тип яҙҙы йырсы.

Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас в