6 февралдә фильм “Торатау” конгресс-холында күрһәтелде. Мәскәү һәм Новосибирскиҙан һуң, Өфө фильм ябыҡ рәүештә күрһәтелгән өсөнсө ҡала булды. Тағы ла 40 ҡалала был фильмды ошо форматта ҡараясаҡтар.
Елена Пискареваның әйтеүенсә, шул рәүешле улар маҡсатлы аудиторияның – табиптарҙың, закон сығарыусылырҙың, власть әһелдәренең иғтибарын йәлеп итмәкселәр.
”Мин үҙемдең бурысымды ваҡиғаны төрлө ҡараштарҙан сығып күрһәтеүҙә тип иҫәпләйем. Ҡатындар, ирҙәр, табиптар, закон, йәмғиәт күҙлегенән. Тамашасы ысынбарлыҡта нимә барғанын күрергә тейеш. Сирҙе дауалау өсөн тәүҙә уны асыҡларға, диагноз ҡуйырға кәрәк. Беҙҙең фильм “аборт” тип аталған фажиғәлә ҡатнашыусыларҙың күңелендә барған әхләҡи процесты һәм системаны диагнозлай. Ул кешегә аңлы рәүештә һайлау өсөн тейешле мәғлүмәт бирә, ә ҡалғаны һеҙҙең ҡарамаҡта - уйлағыҙ һәм хәл итегеҙ,” - ти режиссер.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашева әйтеүенсә, “аборттар проблемаһы - йәмғиәттәге иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе, оҙаҡ ваҡыт ул хаҡта һүҙ алып барылманы. Ниһайәт, беҙ уның хаҡында фекер алышырға өлгөрөп еттек ахыры.” Фильмды ҡарауы ауыр, әммә ул күптәрҙе уйланырға мәжбүр итәсәк. Киләсәктә уны телевизор аша ла ҡарап буласаҡ, тик ҡайһы каналда күрһәтеләсәге билдәле түгел.