Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ғинуар 2021, 11:15

Салауат Фәтхетдинов та - башҡорт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә. Был уның милләтенә бәйле.

Салауат Зәки улы Фәтхетдинов 1960 йылдың 10 ғинуарында Тәтешле районының Аҡсәйет ауылында тыуған. Был төйәк Ирәкте башҡорт ҡәбиләһенә инә. Ул 18-се быуат аҙағында барлыҡҡа килгән. Ирәкте ҡәбиләһе боронғо ҙур һәм йоғонтоло Ҡара-Табын ырыуының бер быуыны булған. Төп йәшәү урындары Мейәс йылғаһы буйында, әлеге Силәбе өлкәһенә яҡын ерҙә.
Әйткәндәй, ҡара-табындар (ирәктеләр) шәжәрәһе Ғәли Соҡоройҙың архивынан алынып “Башҡорт аймағы” журналында 1927 йылда баҫылып сыҡҡан. Ә был ырыуҙың тарихы һәм килеп сығышы тураһында https://zen.yandex.ru/media/id/5f1dc534fbc6c7123674a1c3/o-proishojdenii-narodnogo-artista-bashkortostana-i-tatarstana-salavata-fathetdinova-6002b63f0cf4a170b9896cb0 һылтанмаһы аша инеп уҡырға була.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, 15-се быуатта Ибраһим себер ханы менән һүҙгә килешкәс, ҡара-табындарҙың бер өлөшө Урал аръяғынан Урал алдына күсеп килә һәм иләүҙәр булдыра. Ҡара-табындар әле һаман Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм башҡа райондарында йәшәй.
Кама буйында йәшәгән башҡорт кландары Урал аръяғынан килгән ҡара-табындарға ерҙәренең бер өлөшөн бирә. Был турала уларҙың шәжәрәләрендә тулы мәғлүмәт бар. Ҡара-табындар Башҡортостандың көнбайышында булдырған олоҫо (иләү) ирәкте тигән атама ала. Ирәк боронғо башҡорт һүҙенән ҡәлғә тигәнде аңлатҡан. Мәғәнәһе буйынса - “ҡәлғәне яҡлаусылар”. Был ҡәбилә кешеләре Ҡазан ханлығының көньяҡ-көнсығыш сиген, Ыҡ йылғаһы буйлап һаҡлаған.
Ҡазан ханлығы ҡолатылғандан һәм 1552-1556 йылғы Ҡазан һуғышынан һуң ирәктеләр Ыҡ буйынан Башҡортостандың эсенә инә һәм әлеге Тәтешле районы биләмәһенә килә. Тик элекке урында ла Ыҡ Иректе олоҫо ҡала. Шулай итеп, 16-19-сы быуаттарҙа ике Иректе олоҫо була – береһе Ыҡ буйында, икенсеһе төньяҡ-көнсығышта.
Аҡсәйет ауылына килгәндә, ул Иректенең төп нигеҙе Иҫке Соҡорҙан айырылған. 1811 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, унда 41 ихата һым 123 башҡорт йәшәгән (был иҫәп ҡатын-ҡыҙҙы теркәмәгән). VII ревизия ваҡытында (1816 йылда) Аҡсәйеттә 248 башҡорт (ирҙәр һәм ҡатындар бергә) асыҡлана. VIII ревизия ваҡытында (1834 йылда) Аҡсәйет ауылында 283 башҡорт була, улар 55 йортта йәшәй.
X ревизияла (1859 йылда) теркәлеүенсә, 71 ихатала 401 башҡорт. 1920 йылғы беренсе Совет халыҡ иҫәбен алыу осоронда бында 1454 кеше теркәлә. 1926 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыуҙа Аҡсәйеттә 244 ихата һәм 1210 кеше була. Уларҙың 23-сө - рус, 15-е - татар, ҡалғандары - башҡорттар.
1926 йылғы Аҡсәйет ауылы кешеләрен иҫәпкә алыу материалдарында Салауат Фәтхетдиновтың олатаһы, башҡорт Фәтхетдин Фәрхетдинов бар. Тап уның исеменән Фәтхетдиновтар фамилияһы башлана ла.
Билдәле булыуынса, һуңғы ваҡытта тамырҙарҙы асыҡлау мөмкинлеге биргән тарихи документтарҙың асылыуы беҙгә күп мәғлүмәттәр менән танышыу форсатын бирҙе.
Тамырҙарығыҙҙы белгегеҙ килһә, “Башархив” проекты аша (https://basharchive.ru/) таныша алаһығыҙ
Фото: Инстаграм
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: