Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ғинуар 2021, 11:13

"Ҡунаҡтарҙы күҙ йәштәре менән ҡаршыланыҡ"

Өфө ҡалаһында йәшәгән Шумковтар танылған опера йырсыһы, Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡовтан һәм уның хәләл ефете Натальянан бүләк алды. Күп балалы ғаиләгә “Берҙәм Рәсәй” партияһының, шулай уҡ “Таврос” компанияһының сюрприздары ла тапшырылды.

Шумковтар ике йәштән туғыҙ йәшкә тиклемге дүрт бала тәрбиәләй. Абдразаҡовтар килгәндә, ғаилә башлығы эштә була. Ә Олеся ҡунаҡтарҙы, бындай көтөлмәгән ихласлыҡтан, туғандарса мөнәсәбәттән тулҡынланып, күҙ йәштәре менән ҡаршылай.

"Наталья менән танышыуыбыҙға бик шатбыҙ. Ул беҙҙең өсөн яҡын кешегә әүерелде, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Нимә тип әйтергә лә белмәйем, илағым ғына килә..." - ти күп бала әсәһе.

Абдразаҡовтар Шумковтарҙы шефлыҡҡа алған. Улар ғаилә башлығына яңы һөнәр үҙләштерергә ярҙам иткән. Элек урам һепереүсе булған ир хәҙер электрик хеҙмәтен башҡара. Яңы эш урынында күп бала тәрбиәләгән ата-әсәгә ятаҡтан бүлмә биргәндәр.

“Бәхет биләмәһе” фондының попечителлек советы ағзаһы Наталья Абдразаҡова әйтеүенсә, пандемия осоронда бик күп кеше мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙған, бүләктәр, аҙыҡ-түлек килтергән. ”Яңы йыл алдынан ғаиләләргә аҙ ғына шатлыҡ өләшеү ҙә мөһим”, тип иҫәпләй ул.

Фото: BashNews.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: