Ҡотлаусылар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радий Юлъяҡшин да бар ине. Йәш йырсы коллегаһын өйөнә барып тәбрикләп, үҙенсәлекле бүләген тапшырған – балта. Был хаҡта Инстаграмдағы сәхифәһенә үҙе яҙҙы.
Был көтөлмәгән бүләкте тапшырғанда Радик Юлъяҡшин балтаның хужалыҡта һәм кәрәкмәгән ҡунаҡтарҙы ҡурҡытыу өсөн кәрәкле әйбер булыуын әйтә.
"Кәрәкмәгән ҡунаҡтар миңә былай ҙа килмәйәсәк", – тип көлөп яуап бирә уға Салауат Фәтхетдинов. Шулай уҡ ул, әгәр Радик урынында булһа, үҙенең дә яуызлыҡ теләгән кешеһенә балта бүләк итмәҫе хаҡында белдерҙе. Был иһә уның йәш коллегаһының бүләген тик яҡшы, изге теләктәр менән алып килгәнен аңлауын сағылдыра ине.
Әйтергә кәрәк, 2017 йылда ике йырсы араһында аңлашылмаусанлыҡтар тыуғайны. Әммә улар ярашыуға көс тапты. Хәҙер, күреүебеҙсә, ике артист бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә.
Фото: Инстаграм.
Автор: Рәмилә Мусина.