Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Ғинуар 2021, 21:30

Йырсы туйҙа халыҡты нисек аптыратҡан?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йырсыһы Гүзәл Уразова дүртенсегә бәпәй көтә. Күптән түгел яратҡан йырсыбыҙың Мәскәү ҡалаһындағы туйҙа рәхәтләнеп бейеп йөрөүе тураһындағы видеоны күреп, уның күп кенә тамашасылары хайран ҡалды. Был видеоны ул үҙенең "Инстаграм"дағы сәхифәһенә урынлаштырған.

"Гүзәл, һеҙ, ысынлап та, ауырлымы? Шул тиклем энергияны ҡайҙан алаһығыҙ? - тип тә һорағандар.
"Ысынлап ауырлымын", - тип яуап ҡайтарған Гүзәл.
"Йырлап бейәгәндә таба күрмә инде, Аллам һаҡлаһын", - тип яҙған бер тамашасы.
"Һәр балама ауырлы йөрөгәндә лә сәхнәлә булырға тура килде. Хәҙер ҙә шулай инде", - тип аңлатҡан йырсы.
Быйылғы йылда яратҡан йырсыбыҙҙың ғаиләһенең артыуына беҙ ҙә ҡыуанабыҙ һәм сабыйҙың иҫән-һау тыуыуын теләйбеҙ. Йырлы-моңло ғаиләгә ижади уңыштар юлдаш булһын!
Фото: Гүзәл Уразованың шәхси архивынан.
Читайте нас: