Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Ғинуар 2021, 21:20

Сәңгелдәк (ХИКӘЙӘ)

- Уй-й! Уй, башым! Ошо иҫкелек ҡалдығын сығарып ташламанылар бит! – Рәмиләнең әрнеүле лә, асыулы ла тауышы соландан өйгә бәреп инде.

- Ни булды, балам? – Гөлмәрйәм апай өтәләнеп тышҡа йүнәлде.
– Ни булды ла ни булды! Тағы башымды сәңгелдәккә төкөнөм! Нимә ҡарап һаман шуны һаҡлайһың ул? Беҙ үҫеп бөттөк түгелме ни?! – Ҡыҙы башының ауыртҡан урынын ышҡый-ышҡый сәрелдәүен белде.
– Сеү! Сығарып ташларға ни, ул һиңә утындыр шул. Ағайың бәүелеп үҫте шунда, һин яттың... Етмәһә, бергә йәшәй башлағас, атайыңдын үҙ ҡулдары менән яһаған беренсе әйбере ул. Матур йәшлегебеҙ иҫтәлеге, атайыңдын төҫө булараҡ һаҡлайым да һуң. Ҡомартҡы итеп. – Гөлмәрйәм апай солан мөйөшөндә элеүле торған сәңгелдәккә төбәлеп хәтирәләргә сумды. Әйтерһең дә, янындағы ҡыҙы ла, уны бында саҡырып сығарған сәбәп тә кескәй генә сүпкә әйләнеп, йыһан бушлығына осоп китте. Был битарафлыҡ былай ҙа һуңғы арала кәйефһеҙ йөрөгән Рәмиләнең оторон ярһытты:
– Бәүеткәнһегеҙ ҙә бөткән! Кем иҫләй уны? Атайҙың үлгәненә лә биш былтыр! Төҫө тип, һәр бер нәмәне һаҡлай башлаһаң, иҫкелек келәтенә әйләнергә лә күп ҡалмаҫ!
– Ауыҙыңдан ел алһын! Атайыңдың рухына тел тейҙерәһе булма, – Гөлмәрйәм апай ҙа асыуланып китте. – Атайһыҙ ҡалғас, үҙегеҙҙе етем тоймағыҙ, кәм-хур үҫмәгеҙ тип бер юлы ике-өс урында эшләнем, төн йоҡоларымды ҡалдырып йыуҙым, йыштым. Ә һин...
Рәмилә низағҡа нөктә ҡуйырға уйламаны ла. Ҡаршылашыуын дауам итте:
– Кем һине һораны һуң? Тырыштың да ти, барыбер етешһеҙ йәшәнек. Байып китмәнек. Ә күршеләргә ҡара: ғүмер буйы эстеләр. Унан үҙҙәрен ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп, балаларын алып киттеләр. Дәүләт мәктәпте бөткәндә һәр береһенә пособие бирә, ай һайын банк иҫәбенә аҡса ла күсереп бара. Аҙна элек улдары Динистың машина менеп ҡайтып төшкәнен күрҙең. Ошо арала райүҙәктәге яңы төҙөлгән йорттан фатир ҙа бирәләр, ти. Бушлай! Ә беҙҙең нимәбеҙ бар? Атай төҙөгән донъя ла, ана емереләм, бына емереләм, тип тора. Етем тойманығыҙ үҙегеҙҙе, тиһең инде... Балалар йортона бирһәң, яҡшыраҡ булғандыр ҙа. Бөгөн мин дә машинала елдереп йөрөр, фатир алыр инем! Их, әсәй, ғәҙелһеҙ был донъя!
Гөлмәрйәм апай көфөр һүҙ һөйләгән ҡыҙына ҡото осоп ҡараны. Бына ниндәй ҡорт саҡҡан уны! Әйтәм, һуңғы ваҡытта балтаһы һыуға төшкәндәй йөрөй. Ҡыҙының шулай тиеүенә үҙе лә ғәҙелһеҙлек ҡаласын күп татыған Гөлмәрйәм апай ни әйтергә лә белмәне. Донъялар болғанып, ҡиблалар үҙгәреп киткәндә лә күҙ буяу, бурлыҡ, хөсөтлөк ике ятып бер төшөнә инмәне. Ә бына ҡыҙы матур, ялтырауыҡлы тормошҡа ҡыҙыға – шул ҡурҡыта.
Ауыр уйға сумып өйгә инеүенә телефон шылтырауы һөйөнөслө хәбәр килтерҙе:
– Әсәй, диплом алдым! Кискә ҡайтып етәм.
Улы Данилы. Шөкөр, бына медицина университетында уҡыуын тамамлап тора. Тиҙҙән район дауаханаһына эшкә төшәсәк.
Гөлмәрйәм апай бешеренергә-төшөрөнөргә булып китте. Йомош ҡушайым тигәйне, Рәмиләһен тапманы. Аптырап, тәҙрәнән урамға күҙ һалғайны, күрше малайы Динистың машинаһына ултырған сағын күрҙе лә телһеҙ ҡалды. Ҡайҙа киттеләр? Ниндәй уртаҡлыҡ бар араларында? Эскесе балаһы тип, аралашмай ине бит элек ҡыҙы. Ай-һай, хәйерлегә булырға оҡшамаған был эш!
Плитә менән тәҙрә араһында йүгергеләп йөрөй торғас, көн кискә ауышты. Ниһайәт, урамда выжлап машина килеп туҡтағаны, шығырлап ҡапҡа асылғаны, “Әсәй!” тип һөрәнләгән тауыш ишетелде. “Балаҡайым!” – Гөлмәрйәм апай иртәнән бирле тулышып йөрөгән күңеленә түгелергә ирек бирҙе. Данил ҡайтты… ә Рәмилә һаман күренмәне.
Иртәгәһе көн ығы-зығынан башланып китте. Рәмилә таңға ғына килеп инде. Өй эсендә дауыл ҡупты. Ҡыҙыҡай асылып китмәй генә, иптәштәр менән күрше ауылда клубта булдыҡ, тиеү менән сикләнде лә йоҡларға ятты. Гөлмәрйәм апайға үҙалдына көйәләнергә генә ҡалды. Ярай әле эш сәғәте башланыуға район үҙәгенә киткән Данил ҡыуаныслы хәбәр менән шылтыратты:
– Дауаханаға эшкә алалар! Ә “Ауыл табибы” программаһы буйынса миллион һум аҡса бирәләр. Яңы төҙөлгән йорттарҙың береһенән фатир ҡараясаҡмын. Шунан һеҙҙе үҙемә күсереп аласаҡмын. Пенсияңды ашап, йылы, ванналы-бәҙрәфле өйҙә генә ултырырһың, әсәй...
*Аҙағы иртәгә ошо уҡ ваҡытта.
Фото: infourok.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.
Читайте нас: