Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Декабрь 2020, 12:15

Ҡабаҡ ауылы егете Ришат Рәхимов "Йәшлек шоу"ҙа еңде

БСТ каналы уҙғарған "Йәшлек шоу - 2020" Бөтә Рәсәй йәштәр фестивалендә 30,3 тауыш йыйып, беҙҙең райондың Ҡабаҡ ауылынан Ришат Рәхимов еңеү яуланы.

Ул төп приз - 300 мең һумлыҡ сертификат һәм танылған продюсерҙан артабан бизнеста үҫеү серҙәренә өйрәтеүгә лайыҡ булды.
"Тауыштар биреп, супер финалға үтергә ярҙам иткән тамашасыларға ҙур рәхмәт", - ти Ришат.
Фестивалдең жюри ағзалары "Фабрика звезд" продюсеры Лина Арифуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин, йырсы Элвин Грей, "Голубой огонек -2019" проекты ҡатнашыусыһы, ZuoGuan 2019 халыҡ-ара ҡытай шоуҙың көмөш миҙалына эйә булыусы Ольга Филиппова фестивалдең жюри ағзалары булды.
Яҡташыбыҙҙы еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ, киләсәктә тағы ла юғарырағ ижади еңеүҙәр юлдаш булһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: