Тәбиғәте һоҡланғыс был ерҙәрҙең, йәмле Торналы күле генә лә ни тора! Тик төнгө күл матурлығы бөгөн бөтөнләй күҙгә эленмәй, аяҙ айлы төндә бар күк йөҙөн сағылдырған көҙгө-күл бөгөн ҡурғаштай болоттар ҡамауында ҡалған. Һауала бары тик көн һыуығына ҡарамай көндөҙ һыу инеп ял иткән кешеләрҙең, һаман ҡайтмай күңел асып, ара-тирә ҡысҡырышҡан, йырлашҡан йә көлөшкән тауыштары ғына ишетелә. Машиналар геүләүе, фар яҡтыһы, һүнмәгән усаҡ осҡондарының күккә осоп сыртлап һүнеүе төн ҡараңғылығына йән өҫтәгәндәй.
Осраҡлы ғына, йә боҙоҡлоҡтарына барып, йыш ҡына төркөмө менән йәштәр лагерь биләмәһенә килеп бимазалай. Лагерь үткәүелендәге утты күреп, әллә белмәй, әллә белһәләр ҙә магазин тип уйлап, һыра йә тәмәке һорап эҙләнеп килеүселәр байтаҡ. Эскән, ярһыу, ҡайһы саҡ бөтөнләй самаһыҙ яһил кешеләр менән йөҙгә-йөҙ осрашырға тура килә вожатый-һаҡсыларға. Тәүге осорҙа үҙҙәре лә балалыҡтан яңы сыҡҡан студенттарҙы баҫып алған ҡурҡыу хисе хәҙер юҡҡа сыҡты, өйрәнделәр.
Айсыуаҡ, күҙенә төйөлгән йоҡоно нисек тә ҡыуырға тырышып, эргә-тирәһен ялп-йолп ҡарап, күҙ уңынан үткәреп йөрөп алды. Ваҡыт та ҡарышҡандай яй үтә. Кеҫәһенән телефонын сығарып, интернет киңлеген айҡап сыҡҡан булды, ҡолаҡсынын кейеп, йыр ҙа тыңлап ҡараны, тик ваҡыт, бәйләп ҡуйылғандай, һис ыратып алға шылманы.
Өсөнсө смена өсөн һауа торошо бигерәк отошһоҙ булды. Тәүге ике саҡырылышта балалар күлдә һыу инеп, ҡыҙынып, уйнап кинәнһә, был балалар корпус эсендә генә уйнарға мәжбүр. Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар, иртәле-кисле төшкән ҡаты ҡырау һыуығы ла шыҡырайтып эскә – бинаға ҡыуа. Хәйерсегә ел дә ҡаршы, тиҙәр бит, ысындыр, күрәһең. Яҙмыш тарафынан ҡаты һыналған балаларҙан ғына торған был төркөмгә тәбиғәт тә ҡырыҫлығын күрһәтә. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр, ҡарауға алынған, үкһеҙ етемдәр генә шул был юлы. Ҡарап тороуға шул уҡ балалар һымаҡ улар, тик ҡылыҡтары ҡайһы саҡ үҙҙәрен айырып ҡарарға мәжбүр итә.
Ваҡыты-ваҡыты менән бер урынға текләп тын ҡалған егет-ҡыҙҙарҙы ҡуҙғатып уйнатып, уятып алыуы ла ауырыраҡ. Һәр һүҙҙе үлсәп, күңелдәрен яраламай ғына яйын-йүнен табырға тырыша вожатыйҙар. Өҫтәл ризыҡтан һығылып, ураған һайын ашатып торһалар ҙа, кеҫәләренә икмәк һалып сыҡҡандар, бүлмәһенә ризыҡ ташып, яҫтыҡ аҫтын тултырғандар байтаҡ. Бер кәрәге теймәҫен белеп тә эйәһеҙ ятҡан нәмәне тиҙерәк йәшереү яйын күрә ҡайһы берәүҙәре. Вожатыйҙар тамаҡ ялғағансы ғына ике бала ике һум аҡса өсөн йөҙ йыртышып һуғышҡан бер көн. Аҡсаның инәүе бармы инде, “минеке” ти ҙә ҡуя икеһе лә. Айсыуаҡ ошо малайҙарҙың икеһен дә яраштырыр өсөн кеҫәһенән тинлектәр сығарып таратты.
Директор әйтмешләй, "особый" балалар улар. Лагерь тормошо оҡшаһа ла, тәрбиәселәрҙең нервы ныҡлығын һынарға яратҡан ут кеүек малайҙар ҙа бар. Былтыр смена аҙағында корпустан сығып ҡасып, автостоп менән туғандары йәшәгән ауылға ҡасып киткән малайҙар быйыл да этлек уйламаҫ тип бер кем гарантия бирә алмай. Шуға ла төнгө пост һаҡсыһы иңенә үтә оло яуаплылыҡ һалынған. Айсыуаҡ аңлай, йоҡламай намыҫ менән таң яҡтыһынаса уяулыҡ һаҡлай.
Корпус коридорында ара-тирә бәҙрәф ишегенең сыйнап асылып ябылыуы, тыҡ-тыҡ килеп, тәрбиәсе апайҙың бүлмәләр буйлап тикшереп йөрөүе төнгө һауала яңғырап, әллә ҡайҙа йөрөп ятҡан Айсыуаҡтың ҡолағына сағылып ҡуя. Август төнө һалҡын, һелкендереп тәнен һыуыҡһыта ла башланы. Ихласлап, үҙенең был тирәгә һаҡсы икәнен белгертеп, Айсыуаҡ ҡысҡырып тороп ике-өс рәт бышҡырып ҡуйҙы. Әллә ошо бышҡырыу ҡанын шәбәйттеме, тәне буйлап йылы йүгергәндәй тойолдо.
Төнгө өс. Корпус ишеген һаҡ ҡына асып, кемдер тупһанан төштө. Айсыуаҡ, томанланған кеүек күҙен ышҡып, айырыуса иғтибар менән текләп, яй ғына атлап барыусы яғына йүнәлде.
– Эй, һин ҡайҙа?
– Эй-эй! Туҡта, тим бит!
– Айсыуаҡ Азатович, мин был – Ислам. Өсөнсө отрядтан.
– Ислам? Ә ҡайҙа юл алдың әле төн уртаһы еткәс? Лагерҙа икәнеңде оноттоңмо әллә?
– Ағай, беләм лагерҙа икәнемде. Йоҡом килмәй, тынсыу һымаҡ. Төн буйы былай ҙа тәҙрәнән тышты күҙәтеп ултырҙым. Мөмкинме һеҙҙең менән?
– Ислам! Директор йә тәрбиәсе белеп ҡалһа, баштан һыйпамаҫ бит!
– Зинһар өсөн, Айсыуаҡ ағай? Мин шым ғына ултырам! Көн яҡтырғас та, йүгерәм урыныма, йәме?
Айсыуаҡ бер аҙ малайға ҡарап йылмайып торҙо. Нимә тиергә? Ысынлап та, "үрҙәгеләр" белеп ҡалһа, ҙур ғауға, оло һүҙ итәсәктәр бит инде. Малай ҙа йәл, ысынлап та, йоҡоһо ҡасҡандыр шул. Арытып уйнатып булмай, койка араһында ғына сыр-сыу киләләр ҙә йоҡларға яталар. Уның һымаҡ саҡта Айсыуаҡ лагерҙа бикле ятманы, атаһы менән арманһыҙ булып талып, көтөү көтөшөп, бесәнгә йөрөнө.
– Айсыуаҡ Азатович? Рөхсәт итегеҙ инде?!
– Ярай, Ислам, тик ҡара уны, бөгөнгә генә. Ике, әй юҡ, сәғәт ярымдан вжыйт! – Айсыуаҡ Исламдың отряды урынлашҡан корпус яғына төртөп күрһәтеп ҡуйҙы.
– Әлбиттә! Рәхмәт, Айсыуаҡ ағай!
Айсыуаҡтың алдына төшөп, биләмә буйлап атланы Ислам. Берәүҙән икәү яҡшы, Айсыуаҡҡа бер аҙ күңеллерәк тә булып китте. Ҡарап тороуға крутой ғына ҡала малайына оҡшап торған Исламды был балалар төркөмөнә индерерлек тә түгел. Текә генә прическаһы, кейгән спортивкаһының да ҡиммәтле фирманыҡы булыуы сәйер тойола. Яңылыш ҡына етемәктәр араһына төшкән бай малайы кеүек ул. Айсыуаҡ бөгөн генә түгел, күптән иғтибар итте уға. Ҡорһаланып ризыҡҡа ла йоғонмай, кеҫәһенә икмәк тә һалып ашамай, уйнағанда ла ихлас, көлә-шаяра һымаҡ, ә таланттар эҙләү конкурсында тальян гармун уйнатып, йыр һуҙып, бар вожатыйҙарҙың иҫен китәрҙе. Күптәр уны урыҫ милләтенән тип русса һүҙ ҡушһа, ул башҡортса йырлап өндәрен тыҡты. Тәненә ит йоҡмаған ҡураныс үҫмер, уҙа барһа, ун өс йәштәр тирәһендәлер.
Тын ғына эйәртенешеп йөрөп булмай бит инде, Айсыуаҡ та һүҙ башлаған булды:
– Ислам, һин матур йырлайһың. Моғайын, берәй түңәрәккә йөрөйһөңдөр инде, – тигән булды.
Атлап барған еренән Ислам боролоп йылмайып туҡтаны. Ҡурғаш болоттар ҡаплаған күкте яҡтыртып маташҡан урам уттары яҡтыһында малайҙың тигеҙ тештәре һәм күҙҙәре генә ялтырап күренде.
– Айсыуаҡ ағай, мин бит музыка мәктәбендә шөғөлләнәм.
– Ә-ә-ә, бик яҡшы. Талант бар һиндә, малай, берәй әртис булып китһәң, беҙҙе танымаҫһың да әле берәй ҡасан. – Айсыуаҡ малайҙың яурынынан һаҡ ҡына ҡағып, көлөп ҡуйҙы.
– Ҡайҙа-а-ан... – Малай оялғандай булып башын баҫты.
– Аяҡ талып китте бит әле. Ислам, әйҙә анауында, запас ишек янындағы эскәмйәлә ултырып торайыҡ. – Айсыуаҡ, малайҙың арҡаһынан еңелсә этеп, эскәмйәгә ымланы.
Ултырҙылар. Тик һүҙҙәре һис берекмәне. Йыш-йыш уфтанған малай ниҙер әйтергә теләгәндәй берсә Айсыуаҡҡа, берсә ҡараңғы төн төпкөлөнә күҙен терәне.
– Ислам, һиңә бында оҡшаймы? – Айсыуаҡ һорауы менән малайҙы бер аҙ һиҫкәндерҙе.
– Э-э-эйе! – тотлоҡҡандай сыҡҡан өн шуның менән өҙөлдө.
– Ә һин үҙең ҡала малайымы?
Айсыуаҡ һораны ла, ҡайҙан һораған көнгә төшөп үртәлде. Малай, башын баҫып, ике тубығы аҫтынан ерҙе текләне. Әллә ҡала малайы булыуы өсөн үкендеме ул, әллә ҡайҙан икәнлеген теүәл белмәйме был, тип уйланы эстән генә Айсыуаҡ.
Тынлыҡ. Айсыуаҡ, ашҡаҙанының аш һорап тауышланып тороп ғорҡ итеүенә уңайһыҙланып, урынынан ҡыбырлай биреп ҡуйҙы.
– Ағай, мин тыумышым менән Илсеғолданмын бит, – беләһеңме шул ауылды, тигәндәй, һораулы ҡараш текәлде ағай кешегә.
– Илсеғол? Һуң бит... – Айсыуаҡ әйтерен әйтеп бөтә алмай, малайҙың ҡарашына эләкте.
Бер аҙ алға эйелә биреп ултырғас, Айсыуаҡ Исламдың яурынынан ҡосоп уҡ алды.
– Ислам, ғәфү ит, һуң ул ауыл бит күптән юҡ инде...
– Беләм, шунда тыуғанмын, олатам-өләсәм йәшәгән элек, атай-әсәйем йәшәгән, бәлки, ҡәберҙәре лә шундалыр инде... – Башын һәлендергән малайҙың тел төбөн тамам аңланы Айсыуаҡ. Тимәк, Ислам да үкһеҙ етем, уллыҡҡа алынған... Үҙәген өҙөп әрнеү өттө Айсыуаҡтың. Ҡуйынына һыйынып ултырған малайҙың хәлен нисек еңеләйтергә, йыуатырлыҡ ниндәй һүҙ табырға белмәй баҙап ҡалды егет. Теле-телгә йоҡмай тытылдап торған бытыйҙы ла телдән яҙҙырыр был етемлектең әсе хәсрәте.
(Дауамы бар).