Аптырарға ла түгел инде: йыр-моң уның әсә-атаһынан килә. Лилиә Биктимерова менән Рөстәм Асаевтың йәшлек мөхәббәте емеше булып тыуған ул ҡыҙ. Яҙмыш елдәре парҙы айырһа ла, Гөлназ атаһы менән бәйләнешен өҙмәй.
Гөлназ менән Рөстәм Асаевтар бер осрашҡанда "Ҡышҡы романс"ты онлайн башҡарып, социаль селтәргә һалған. Атай менән ҡыҙҙың бер-береһенә шундай йылы мөнәсәбәттә булғанына һоҡланып, был йырҙы тыңлағы ғына килеп тора. Нимә тип кенә әйтмәһендәр, балаға әсәй ҙә, атай ҙа кәрәк шул.