Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Декабрь 2020, 21:15
“Иреңде тартып алып ҡуймаһын, ул бит айырылған...”
Күптән түгел билдәле йырсы, алып барыусы, талантлы милләттәшебеҙ Альбина Килдейәрова хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ.Уның менән таныштырып тороу кәрәк түгел: моңло тауышы менән күптән тамашасыларҙы арбаған, туй, юбилей һәм башҡа тантаналарҙы алып барыусы булараҡ та билдәле.
Ә коронавирусҡа бәйле көрсөк башланғас, ул тормошон тулыһынса үҙгәртергә лә көс һәм форсат тапҡан, сөнки был осорҙа мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә эшләгәндәрҙең эшмәкәрлеге сикләнеүе, күңел асыу индустрияһында хеҙмәттәр тәҡдим иткәндәрҙең эшһеҙ тороп ҡалыуы мәғлүм.
Ҡыҫҡаһы, Альбина телевидениела, һирәк-һаяҡ сараларҙа сығыш яһауҙан, йырҙарына клип төшөрөүҙән тыш,... вахта ысулы менән эшкә сығып киткән. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ентекләп яҙып сыҡҡас, яҙма бихисап фекерҙәр тыуҙырған. Күпселек көйәрмәндәре Альбинаның был ҡылығын хуплаған һәм уңыштар теләгән.
Шулай ҙа Альбинаның төп урыны – сәхнәлә. Быны ул инҡар итмәй һәм үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарауҙы аҡса эшләү ысулы ғына тип атай. Ә тамашасыларын шатландырыусы ижад, йыр-моң донъяһы, сағыу тамашалар – уның өсөн һәр саҡ тәүге урында.
Социаль селтәрҙәге сираттағы яҙмаһында йырсы сәнғәт донъяһында төрлө ваҡиғаларға тарыуын, төрлө һүҙҙәр ишетеүен бәйән иткән.
“Иреңде тартып алып ҡуймаһын, ул бит айырылған”, тигән һүҙҙәр ҙә ишетергә тура килә ҡайһы саҡта. Ә сараларҙа төрлө хәлдәр була: кемдер шунда уҡ ғүмерлек юлдашын осрата, кемдер үҙ йәрен һуңлабыраҡ таба, кемдер кешеләрҙе айыртып та ала, кемдер ғүмер буйы көтә, кемдер яратмағаны менән түҙеп, күҙ йомоп йәшәй... Был – тормош. Матур, сәләмәт булыу ҙа мөхәббәтле булып йәшәүгә бәйле тиҙәр. Мин дә уны көткәндәр рәтендә, тик һуңлап ҡына ҡуймаҫҡа ине...”, - тип күңелендәге уйҙары менән бүлешкән ихлас булмышлы Альбина.
Үҙ сиратыбыҙҙа, уға сәләмәтлек, уңыштар һәм барлыҡ хыялдары томошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Фото геройҙың шәхси архивынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?