- Әлеү - әлеү! Кем һин? Кем әле был? - тип, бер килке ҡаңғырып ала. Һуҡыр тауыҡҡа бары ла бойҙай, тигәндәй, ниңәлер зыңғырлауҙары бер иш кеүек ине. Саҡ танып өйрәнде домофондың тауышын. Ейәне Мирас телефонына "Сафия, ҡарале, алда ғүмер бар әле," - тип йыр ҡуйып биргәс кенә ишеккә йүгермәй башланы.
- Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ,
Һөйөүселәр дащурта, - ти ҙә телефонын ҡолағына терәй.
- Әлё! Сусанна Кудратовна слушыйыт, - ти.
Тимер ишектең мажаралары иҫенә төшһә, үҙенән үҙе көлөп ала: фатирына инә алмай тышта йөрөгәне лә булып алды бер нисә тапҡыр. Ул саҡта кемеһелер ишекте асып сыҡҡанды, йә берәйһе асып ингәнде ишек янындағы эскәмйәлә көтөп кенә ултыра ла зыйт итеп кенә үтеп өлгәрә подъезға. Әҙәм мәсхәрәһе, үҙ фатирыңа инә алмай йөрө сәле Ауылда ғына икән йәнең рәхәте. Йоҙаҡ та кәрәкмәй, тимер ишек тә.
Үҙенекеләргә, бында йәшәгән ҡыҙы менән ейәненә, фатирының асҡысын биреп ҡуйҙы Сусана.
- Тик килер булһағыҙ, алдан званитеп килегеҙ! - тине.
Ғәлимәлә лә, тәүге уҡытыусыһы Зөһрә Әхмәтовнаның ейәнсәрендә, асҡыс бар. Сусана ҡалаға килеп йәшәй башлағас, почтаға йөрөй башлағас, шунда түләүҙәр ҡабул итеп ултырған ҡыҙ Сусананы үҙе эҙләп килде. Исеменән таныған - Сусанна исемле башҡорт ҡыҙы тураһында өләсәһе гел генә һөйләр булған икән.
Ғәлимәнең килгәнен көтөп ала Сусана. Эсе бүҫкәреп ҡала ул килһә. Берәүгә лә сисмәгән серҙәрен асып һала Ғәлимәгә. Эс - бауырыңа инеп бара өләсәһе кеүек. Үҙ балаларың менән бик үк оҙаҡлап, асылып һөйләшеп ултырып булмай шул - эштәре күп, ваҡыттары тар. Алай ҙа, бәхетенә, Ғәлимә бар булды. Аҡыллы, итәғәтле, изгелексән ҡыҙ. Ҡалала ла аҡыллы ҡыҙҙар үҫтерәләр икән. Мирасына шундай кәләш килеп юлыҡһа, ҡана һуң...
Йәшәрҙәр ине, Сусана уларға ярҙам итер ине хәленсә. Икеһен дә ярата ул. Мирас та шәп егет. Уны айырыуса яҡын күрә Сусана - Һөйөндөгөнә оҡшата. Алай ҙа бауыр баҫырға ул бар бында.
...Туғандарының, бигерәк тә ҡалалағы ҡыҙының өгөтөнә, әжеүәләүенә күнеп, күскәйне һуғыш ветераны булған атаһынына бирелгән ике бүлмәле фатирға. Үҙҙәре, атаһы менән әсәһе, күсмәнеләр уңайлыҡтары булған ҡала фатирына. Ауылды, нигеҙҙәрен ташлап китмәнеләр - әллә ни күп ғүмерҙәре ҡалмағанын да тойғандарҙыр... Ә Сусана фатир буш торорға тейеш түгел, тигәнгә генә риза булды. Бер генә көнө лә ауылын һағынмай, бер генә төнө лә ауылын төшөндә күрмәй үтмәгәндер ҡалаға күсеп килгәс.
Эй теләмәгәйне... Өйрәнеп китә алманы оҙаҡ. Ҡарт ағасты күсереп ултыртып буламы ни?.. Атаһын уйлап ҡына риза булды инде. Һеңлеһе Нәсимә:
- Һин Сусанна бит, апай, һинең исемең дә ҡаласа, һин йәшә, апай, фатирҙа, беҙ килеп йөрөрбөҙ, - тигәнгә генә күнде.
Бында килгәс, яңы күршеләре, яңы таныштары исеменә аптырап, һарыуын бер килке ҡайнаттылар. Тыштан белгертмәһә лә, бер үҙе ҡалһа, көйәләнә.
- Исемемә нимә булған? Исем һымаҡ исем инде, нимәһенә шул тиклем күҙҙәре таҫырайып иҫтәре китәлер. Алаҡай йәки Һыртаҡ, тип ҡушмағандар ҙа баһа... Минең исем үҙҙәренә эләкһә әле.
Ана шул Сусанна тигән исеме лә ҡалаға ерегеп китергә ирек бирмәй, буғай. Әллә инде. Төрлөһөн уйлай. Юҡ, ауылына ҡайтыр ул. Үлгәнсе бында йәшәй алмаҫ Сусана.
...Һалҡын бында, ҡалала. Тимер ҙә таш. Ағас өйгә етәме ни? Йәне бар бит уның, ағастың. Һәр береһенең үҙ яҙыуы, һүрәте бар бит хатта. Ҡулыңды ҡуй әле бүрәнәгә. Һөйәнеп ултыр әле. Йомша-аҡ. Ээй...
Тәҙрәнән тышҡа ҡарағыһы ла килмәй. Бөтә йорттарҙың тәҙрәләре бер иш. Бөтәһе лә аҡ. Рамдарының таталары юҡ. Тәҙрә ҡапҡастары ла юҡ.
Ә ауылда-а... Һәр тәҙрәнең үҙ яҙмышы, үҙ гөлө.
Ярай әле, исмаһам, телефон бар. Гел килеп тә йөрөй алмайҙар бит - ауылда эш бөтәме. Үҙе лә йыш ҡайтмай. Кешенең төрлөһө бар.
...Кеҫә телефонын да, уны Сусана "Ҡолаҡ телефоны," ти, мәшәҡәтле әйбер тип һанай. Оло кешегә бармай ул. Ҡолаҡҡа терәмәҫ элек күҙгә күҙлек элергә кәрәк. Көс йыйҙырып торорға кәрәк. Ҡулдан да ысҡынып төшә лә китә. Яңылыш баҫып ебәрһәң, әллә нимәләре килеп сыға.
Өй телефонынан да уңғаны юҡ. Сусана Үҙе шулай ти. Уны ярата Сусана. Әхирәте кеүек күреп ярата. Шуға ла иң турҙә телефондың урыны. Заказ биреп, ҡупшы өҫтәл эшләтеп алды. Саң ҡундырмай өҫтөн һөртөп кенә тора, телефон аҫтына ап - аҡ селтәр бәйләп һалды, төнгөлөккә лә селтәр ябып ҡуя. Эргәһенә әллә нисә төрлө гөл ултыртҡан. Бер туҡтауһыҙ сәскә ата улары. Өҫтәл янында - һандыҡ. Һандығын ауылдан күскәндә иң тәүҙә үк ултырттырҙы машина кузовына. Бөтә мөлкәте һандыҡта.
Телефоны тауыш бирһә, йүгерә өҫтәл эргәһенә Сусана. Һөйгәненән хәбәр көткән ғашиҡ ҡыҙ, тиерһең.
- Әлеү, әлеү! Хәҙер, хә - ә-ҙер, - тип көйләй - көйләй йүгерә. Иң тәүҙә яулығын ҡолаҡтарының артына ҡыҫтыра, шунан устарын бер - береһенә һуғып - ҡағып ала, өҫ - башын һыпыра. Кеҫәһенән ҡулъяулығын алып бит - күҙҙәрен, ауыҙ - моронон һөртә ниңәлер. Быларҙы ул өҫтәл янына барып еткәнсе эшләп өлгөрә. Шунан һуң ғына телефон трубкаһын ала.
- Эйе. Тыңлайым.
Ғәмһеҙ, тыныс тауыш менән әйтә. Әле генә тыны бөтөп йүгереп килеп баҫҡан Сусана тимәҫһең дә. Трубканы ситтәрәк тотоп, тәрән - тәрән тын ала ла йөрәген урынына ултырта.
- Эйе, эйе. Мин был, Сусанна. Сусанна Кудратовна слушыйыт.
Ҡаланан шылтыратһалар, уның яуабы ошолай башлана.
Ә ауылдан булһа, Сусана башҡасараҡ һүҙ башлай. Алдан уҡ танып тора шылтыратыуҙың ауылдан икәнен - трубканы алһаң, телефон тәүҙә ҡыҫҡа ғына зыңң итеп ҡуя.
- Дә - дә! Эйе! Мин был, мин! Сусанамын, һеҙҙең ҡарасманка - испаңка. Һаумы - шәпме? Өйҙәмен, атыу ҡайҙа булайым. Серем итеп алайым, тип ятҡайным ғына.
Телефонын ни өсөн зыңғырлағас та алмауына, алғас та тауыш бирмәйерәк тороуына төрлө сәбәп таба Сусана: әле генә өҫкө "ятаж"дағы әхирәтенең артынан ишек ябып ҡалған, әле генә аяттан ҡайтып тора, әле бына балконында кер элеп йөрөгән, әле генә килене менән сутывыйҙан һөйләшеп, быныһын ишетмәй торған.
Берәйһе шылтыратмаҫ микән, тип зарығы-ып ҡына телефон төбөндә көтә лә ултыра икән был бисара, шул ыңғайы ғына алды, тип әйтмәһендәр өсөн шулай эшләй Сусана. Шуға ауылда ҡалған әхирәт әбейҙәренә бер ҡасан да үҙе башлап шылтыратмай.
Яйлап, һалмаҡлап һөйләшә Сусана ауылдыҡылар менән. - Шәпмен, һәйбәтмен, Аллаға шөкөр. Мин ни... Гурытта ни... Ашау байҙа-ан.
Ыңғайы бер тамаҡ ҡырып алырға ла онотмай.
- Гурытта кеше буш ултыра, эшһеҙлектән йонсоп, - тиҙәрҙер. Әҙерләп ҡуйған, ти! Ҡапсығыңды щире тот! Үҙенә күрә эше сығып ҡына тора беҙҙең дә. Ҡалала гурытса йәшәргә лә кәрәк бит әле. Ауылдан күстең дә рәхәткә сумдың түгел ул. Шулай бит?
Сусана трубкаға һөйләй быларын. Телефонын бармағы менән баҫып һүндерә лә бипелдәгән трубкаға һөйләй. Шунан ғына урынына һала. Яулығын рәтләй, тағы өҫ - башын һыпыра, ҡәнәғәт төҫ менән усын усҡа һуғып ҡуя.
Ауылдан кемдең ҡасан ҡалаға юлы төшөрөн белеп тора үҙе. "Аңғармаҫтан" ғына тап була юлдарына, ай - уайҙарына ҡарамай фатирына алып ҡайта, һыйлай, бүләктәр өләшә, күстәнәстәр бирә. Ашау байҙан икәнде күрһәтеп ҡала. Эштәре ҡабалан булмағандарҙы йоҡларға ҡалдыра, бындағыларға ҡунаҡ күрһәтә.
.....................
Ә Сусана әбейҙең телефондан һөйләшеүен күреү үҙе бер матур тамаша ҡарап ултырыуға тиң. Бер килгәнендә Ғәлимә йәшереп кенә төшөрөп алды быны. Ҡат - ҡат ҡарай хәҙер. Мирасҡа ла күрһәткәйне, ул өләсәһен тәү күргәндәй булды - нисек үҙе бер ҡасан да иғтибар итмәгән? Өләсәһенең төрлө була белеүенә хайран ҡалды егет. Роль уйнаймы ни өләсәһе! . Әртис!
Ауылдыҡылар өсөн Сусана - һикһән өс йәшлек ауыл әбейе. Һөйләшеүе лә, тауышы ла, ҡыланышы ла ауылса. Ә ҡаланан шылтыратһалар, Сусана инде - Сусанна. Сусанна Кудратовна. Слушыйыт. Ул саҡта инде Сусана - барина. Йәндәй күргән әхирәте Шәмсиә уны сударина - барина тип йөрөттө бала саҡтан уҡ.
- Ҡатаһына ҡар инә, - тип өҫтәп ебәрә ине шаян малайҙар. Ҡатаһына ҡар ингән барина Сусана ҡалала барыня - боярыня Сусанна була белә.
...............................................
Йәш сағында һушты юйырлыҡ булғандыр был инәй. Ғәлимә гел шулай уйлай.
- Инәй, егеттәр штабелями йығылалар инеме һеҙҙе күрһәләр? - тип һорағайны бер саҡ Ғәлимә, Сусана:
- Әллә, уларҙы кем ҡараһын, - тине лә ҡуйҙы ябай ғына итеп. Сибәр ҙә шул үҙе Сусана инәй. Ундай исемле һылыу инәйҙәр башҡа юҡ был яҡтарҙа!
Анау данлыҡлы яҙыусының әҫәрендәге ят исемле һылыу киленде уйлап сығармағандар, тимәк. Тормошта ла осрай икән улар. Ул килендең исеме ятыраҡ булһа ла - башҡортса. Ә бында бит - Сусанна! Испанка. Ббярыня.
Сусана килен булып төшкәндә лә халыҡ ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡайнаған бит. Әйтерһең, бер үк ауылдың бер урамынан икенсе урамына оҙатылып бармаған, ә әллә ҡайҙан, күрмәгән - белмәгән яҡтарҙан алған килен.
Сусананан Ғәлимә һоҡланыулы ҡараштарын ала алмай, уның һөйләүен тыңларға ярата, айырыуса үҙенең өләсәһе тураһында. Аҡыллы, мауыҡтырғыс итеп һөйләй инәй. Ғәлимә яҙҙырып ала ла, ҡайтҡас, ҡат - ҡат тыңлай - һөйләшергә, һөйләргә өйрәнә.
Ә буй - һыны ниндәй инәйҙең! Ғүмер буйы ауылда йәшәгән, һауынсы булған, биш бала тапҡан, бик иртә ирҙән ҡалған тимәҫһең.
- Самородок минең өләсәй, эйе? - ти Мирас Ғәлимәгә. Ул да өләсөһен яҡшылап яңы белә башлағайны.
..........................................
...Ғәлимә шуны белеп ҡалды: Сусана инәһенең телефондан һөйләшеү йолаһы бар, ул уны һис боҙмай, тайпылмай, еренә еткереп башҡара.
Бына телефон зыңғырлай. Сусана көйләй - кәйләй йүгермәләп барып етә өҫтәл эргәһенә. Үҙен тынысландыра. Һандығындағы ҡалын түшәктең өҫтөнә аяҡтарын һоноп ултыра. Шунан башлана тамаша. Сусана трубканы алмаш - тилмәш ҡуя ҡолағына. Үҙе һөйләгәндә трубка уң ҡолаҡта, теге яҡты тыңлағанда - һулда. Ҡайһы ҡулы бушай, шул ҡулы менән телефонын һыйпай, бармағын еүешләп ишелгән провод араларын һөртә. Һүҙ ыңғайында эйелеп телефонының һандары араһындағы булмаған саңды өф тә өф итеп осороп ебәрә. Теле генә хәбәр һөйләү менән мәшғүл икән, тимәгеҙ. Ҙур йәшкелт күҙҙәре лә. ҡалын ҡара ҡаштары ла ҡушыла әңгәмәгә. Тут йөҙө йә яҡтырып китә, йә ҡараңғыланып ала. Бүлтәйеп торған ҡалынса ирендәре йә ҡымтыла, йә мыҫҡыллы кәүшәйә, йә йырыла. Әле лә оҙон көйө ҡалған сәс толомо яҙып ябынған кизе яулыҡ аҫтында йыландай борғоланып ҡуя. Ҡыланыштарына ҡарап, хас та анау сериалдарҙағы испанкамы, француз ҡатындарымы, тиерһең.
Мирас та таң ҡалды сәйер оҡшашлыҡҡа.
Ысынлап та, ниҙер бар кеүек өләсәһендә. Ваҡыты - ваҡыты менән күренеп ҡала башҡорт ҡатындарына хас булмаған фиғел. Сусана, ғөмүмән, баҫалҡы кеше. Эш, ысынлап та, исемдәме, юғиһә? Хәйер, юҡтыр. Испанкалар ҡайҙа ла, Сусана ҡайҙа. Исемде ни, ҡушҡандар инде, ҡалайтаһың? Атаһы бер испан ҡатындың исемен ҡушҡан бөтә ғәләмде аптыратып.
.......................................
Яҙып та, һөйләп тә килештереп булырлыҡ түгел Сусананың исем тарихын. Төпкөлдөң дә төпкөлөндә ҡап - ҡара, ҡап - ҡапыс башҡорт Ҡөҙрәт Ҡыямов ҡыҙына Сусанна тип исем ҡуштырһын сәле мулла саҡырып тороп. Кәләшенең илауына ла, силсәүиттекеләрҙең өгөтөнә, оялтырға маташыуҙарына ла ҡараманы.
- Үҙем беләм! Үҙ ҡыҙым! Яҙығыҙ Сусанна, тип. Яҙығыҙ мин әйткәнсә! Ике "н" хәрефе менән яҙығыҙ.
Сусананың әсәһе бик оҙаҡ ҡараҡай ҡыҙына исеме менән өндәшә алмаған, ят исемгә өйрәнеп китә алмай бер булған. Ҡыҙын 1 - се синыфҡа ояла - ояла алып барған - уҡытыусыға нимә тиер? Ә тәүгә генә эшкә килгән йәш уҡытыусы ҡыҙ, Зөһрә Әхмәтовна, аптырап, ғәжәпләнеп түгел, киреһенсә, һоҡланып, хайран ҡалып уҡыған Сусананың тыуыу тураһындағы таныҡлығын.
- И-их кенә! Бына, исмаһам, исем! Ҡалай матур исем ҡушҡанһығыҙ ҡыҙығыҙға, апай! - тигән.
Шул көндән һуң ғына йөҙө асылған әсәһенең.
- Ҡыҙымдың исеме - Сусанна. Атаһы һуғыштан алып ҡайтҡан исем! - тип яуап бирә ине ҡыҙыҡһынғандарға, ғәжәпләнгәндәргә.
Ә тауышына ни әйтерһең Сусананың? Ҡайҙан килгән төпкөлдөң дә төпкөлөндә ятҡан бәләкәй генә башҡорт ауылында тыуған башҡорт ҡыҙыҡайына бәрхәт һымаҡ йомшаҡ, ебәк кеүек һалҡын, таң елендәй яғымлы тауыш? Баш етерлек түгел Хаҡ тәғәләнең ҡылғанына.
Сусананың моңло тауышын да уҡытыусы ҡыҙ белеп ҡалды. Сусана ул көндө үҙе лә яҡшы хәтерләй. Тәүге тапҡыр кеше алдына сығып йырлағанғалыр - иҫендә ныҡ ҡалған.
- Йә, кемегеҙ йырлай белә? - тип һораны йыр дәресендә Зөһрә Әхмәтовна. Уҡытыусы апайҙары гармун уйнап ебәргәйне, Сусана сыҡты ла баҫты таҡта янына.
- Апай, Сусана йырҙайым, ти! Сусана! Сусана!
- Сусана түгел, балалар. Су - сан - на. Дөрөҫ әйтегеҙ Сусаннаның исемен. Һин йырлайһыңмы, Сусанна? Башла.
Сусана ҡаушап тормай йырланы ла ебәрҙе.
- Алма алһыу, алма алһыу,
Алма алһыу була ул.
Сит ерҙәрҙә күп йөрөһәң,
Йөрәк ярһыу була ул.
- Тағы йырла, Сусанна. Тауышҡайың, Сусанна...
Зөһрә апайҙарының йәшле күҙҙәренә ҡарап алды ла Сусана йырын дауам итте.
- Һибелә сәсем, һибелә сәсем,
Һибелә сәсем ел яҡҡа.
Сығып киттем илдәремдән
Сәсем һибелгән яҡҡа.
Шундай йырҙарҙан башҡа йырҙар бар икәнде лә белмәй әле Сусана, ошоларҙы ғына ишетеп, отоп алған. Атаһының һуғыштан яҙған хаттарындағы шиғырҙарҙы әсәһе, әсәһенән отоп, башҡа йәш ҡатындар йыр итеп йырлаған икән.
Ниңә уҡытыусы апаһының күҙҙәренә эркелеп йәш тулғанды ла аңламай әлегә.
...Талсыбыҡтай нескә йәш ҡыҙ өҙҙөрөп гармунда уйнай, ҡалынса тауышлы бәләкәй генә ҡыҙыҡай һағышлы йыр һуҙа. Һалҡын ғына һыулы шишмә сылтырауы ишетелеп ҡала ҡыҙыҡай йырлағанда, ҡылған, әрем, мәтрүшкә еҫтәре таратып иҫкән иртәнге наҙлы ел ипкене бәрелә, һалҡын ысыҡ һирпелә...
... Уҡытыусы ғына Сусанна тип өндәште уға, атаһы Сусанна, тип һөйҙө ҡыҙын. Тәүге һәм ғүмерлек мөхәббәте, Һөйөндөгө: "Сусаннам"- тип иркәләне, наҙланы. Ә башҡалар өсөн ғүмер буйына Сусана булып ҡалды Сусанна.
Үҙешмәкәр әртистәрҙең смотрҙарында ҡатнашып, район, ҡала сәхнәләрендә берәүҙә лә булмаған матур тауышы менән залдарҙы әсир иткәндә лә уны "...ова Сусана " - тип белделәр.
"Исемең матур, кемдәр ҡуйған,
Һине күреп кем туйған?" - тип йырлаһа, ҡат - ҡат саҡыралар ине сәхнәгә. Яңғыҙ йыр бәйгеләрендә алған дипломдарға ла, гәзит мәҡәләләренә лә "Сусана" тип яҙҙылар.
...Бәләкәй саҡта башҡаларға күрһәтмәй генә күп иланы Сусана ошо ҡолаҡҡа ятмаған исеме арҡаһында. Ҡалын толомонан ауырттырғансы тартып ҡасҡан малайҙар:
- Сусаҡа! Сусаҡа! - тип үсекләйҙәр ине. Парталашы Һөйөндөккә ул ғына етмәй: дәрес мәлендә Сусананың ҡолағына шыбырҙай: "Сусаҡа - сысаҡа..." Сусана тегегә ҡап - ҡара ҡаштары аҫтынан ҙур йәшкелт күҙҙәре менән бер яндыра ҡарай ҙа күҙ йәштәрен эскә йота. Эҫе бәргән сикәләрен услап, башын эйә...
Үҫә төшкәс, теге еүеш танауҙарҙың танауҙары еҫ тоя башлағас, тағы һүҙен таптылар.
- Оо! Щао, испаңка! Әй, донна - мадонна! Башҡортса беләңме, әй?
- О, дама- мадам! Мерси, - тиҙәр ҡайһылары.
Сусана тегеләргә оҙон керпектәре араһынан көйҙөрә ҡарай ҙа өндәшмәй. Һөйөндөк кенә ниңәлер ситтәрәк йөрөй ине хәҙер.
Нимә тиһен Сусана? Тиҫтер ҡыҙҙары кеүек, үсекләшкән малайҙар менән баҫтырышып йөрөй алмай - тағы әллә нимәләр әйтеп ирештетерҙәр. Өндәшмәүең хәйерле. Әсәһе лә :
- Өндәшмә. Йыбанһалар, ҡуйырҙар әле, - ти.
Етмәһә, Сусананы үҙе лә аңлап етмәгән нимәлер эстән тыя кеүек. Малайҙар менән әрепләшһә, ҡаршы һүҙ әйтһә, кемдеңдер алдында был ҡылығы өсөн оят булыр кеүек. Их, ниңә уға ниндәйҙер сәйер, ят исем ҡуштырған икән атаһы?.. Ниңә Сәлимә йәки Сәмсиә түгел?
Ана бит, малайҙар:
- Сәмсекәй, мәсекәй!- тип ирештерһәләр, Шәмсиәгә изем генә - рәхәтләнеп баҫтыра тегеләрҙе, тотоп алһа, тос ҡына йоҙроғон татыта.
...Сусана ҡыҙының мөлдөрәмә ҡараштары үҙенә йышыраҡ төбәлән һайын, Ҡөҙрәт Ҡыямов исемдең серен сисергә мәл етәсәкте аңлай барҙы.
Бер кистә:
- Килегеҙ әле эргәмә, - тине Ҡөҙрәт. Мөйөшкә терәп ҡуйылған ҙур, йомшаҡ яҫтыҡҡа уң яғы менән һөйәнеп ултырҙы ла һул аяғын урындыҡа йәтешләп һалды. Тубығынан бөгөлмәй атайҙарырын аяғы. Ә янбашының ҙур ғына ерендә ите юҡ, уйып алынған, яра урыны ямаҡа-ай булып ҡалған, ти Сөнғәт ағаһы. Мунсала күргән.
- ...Әйткән әйтеүем бар ине, ҡыҙым. Нәҙер әйткәйнем һуғышта. Әсәйегеҙ белә ине инде - хатҡа яҙҙым. Әсәйегеҙ теше - тырнағы менән ҡаршы торһа ла, илаһа ла, үпкәләһә лә һындыра алманы ниәтемде - Сусанна икән Сусанна.
-4 °С
Болотло