Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Ноябрь 2020, 16:20

"Гүзәл, бигүк мауығып китмә, үҙеңде һаҡла!"

Башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы Гүзәл Уразованың бәпәй көтөүе хаҡында яҙғайныҡ. Ошо көндәрҙә уға ире Илдар Хәкимов спорт менән шөғөлләнеү өсөн эллиптик тренажер бүләк иткән.

Был хаҡта Гүзәл Уразова Инстаграмдағы сәхифәһендә яҙған һәм видеоһын да урынлаштырған.
"Бик уңайлы нәмә икән бындай тренажер. Фитнес-үҙәктәрҙә генә шөғөлләнгәнем бар ине, - тигән йырсы. - Балконда спортзал яһалды инде".
Йырсыға яҙылыусылар уның һаулығы өсөн борсолоп та яҙған: "Гүзәл, бигүк мауығып китә күрмә. Үҙеңде һаҡла, бәпәй тапҡас, йүгерерһең".
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: