Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Октябрь 2020, 17:15

"Моңо юҡ, аҡса йырлата уны!"

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо, талантлы йырсы Гүзәл Уразова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙы Эллариҙы тәнҡитләгәндәргә яуап бирҙе.

"Бөгөн миңә яҡындарым Инстаграмда Эллари тураһында ҡуйылған пост аҫтында яҙылған комментарийҙарҙың һылтанмаһын ебәрҙе. Уҡып сыҡтым. "Был бала компьютер аша ғына йырлай. Аҡсаң булһа, йырларға мөмкин инде. Бүрәнә кеүек, бейей белмәй..."

Минең артист, йырсы булараҡ түгел, ә әсә булараҡ шуны әйтмәксемен. Эллари йырсы булам тимәй. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә уҡый. Беҙ һорағас, беренсе тапҡыр ҙур сәхнәлә сығыш яһаны. Әлбиттә, музыкаль белеме юҡ, йырлағаны юҡ, бәлки, ҡаушағандыр ҙа. Шулай уҡ ул бейеүсе лә түгел. Бары тик 14 йәше тулған бала. Үҙе тормошта бик тыйнаҡ, оялсан.

Аудитория менән эш иткән ҡайһы бер кешеләр ҙә хатта ҙур булмаған сәхнәлә юғалып ҡала. Беренсе тапҡыр ете меңдән ашыу кеше алдына сыҡҡан бала ярайһы уҡ сығыш яһаны тип уйлайым.

Ә борсолған, ҡәнәғәт булмаған кешеләрҙе тынысландырғым килә: Эллариҙың моңо юҡ, компьютер тауышы менән йырлай, аҡса йырлата уны, үҙе бүрәнә кеүек, бейей белмәй! Булдымы?!

Ләкин бала һеҙҙең комментарийҙарығыҙҙы күреп борсолмаһын ине тип теләйем, ни өсөн тигәндә, беҙ уның сәхнәгә сығыуын һораныҡ. Ҡыҙыбыҙға тик ыңғай теләктәр еткергән һәр кемгә рәхмәт".

Киләсәктә йырсының ҡыҙы ниндәй һөнәр һайлар, йырлармы - уныһын ваҡыт күрһәтер.

Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас в