Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Сентябрь 2020, 16:22

Надежда Бабкина бөгөн Ҡырмыҫҡалыға килә!

Билдәле совет һәм рус йырсыһы Надежда Бабкина Башҡортостанда ҡунаҡта. Республикабыҙҙа уның “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафоны үтә. Сара Нефтекама, Ағиҙел, Яңауыл, Дүртөйлө, Туймазы, Октябрьский, Дәүләкән ҡалаларында уҙған. Ә бөгөн ул 19.00 сәғәттә район үҙәгендә сығыш яһаясаҡ.

Кисә Надежда Бабкина Өфөлә, “Торатау” конгресс-холлында журналистар менән осрашты. Үҙенең сығышында Надежда Георгиевна башлыса милли мәҙәниәт, уның әһәмиәте хаҡында һөйләне, тап милли колориттың рухи аҙыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Беҙ ата-бабаларыбыҙ юлын дауам итәбеҙ һәм төп бурысыбыҙ – был рухи байлыҡты тағы ла арттырыу. Милли мәҙәниәт меңәр йылдар дауамында формалашҡан. Тап милли мәҙәниәт – оло илебеҙҙең тарихы, тормошобоҙ мәғәнәһе. Башҡортостан халҡы үҙ тамырҙарын онотмай, традицияларын һаҡлай, был бик һәйбәт күренеш”, – тине ул.
Сәхнәлә оҙаҡ йылдар милли мәҙәниәтте, милли колоритты пропагандалаған билдәле йырсыны Башҡортостан бай мәҙәниәте менән әсир иткән. Журналистар менән әңгәмә барышында Надежда Бабкина халҡыбыҙҙың күп ыңғай милли үҙенсәлектәрен телгә алды.
“Рәсәй йырҙары” Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны быйыл ун дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Башҡортостандың күп район-ҡалаларын урап сыҡҡан фестиваль иртәгә Өфөгә килә: Надежда Бабкина үҙенең ижади коллективы менән “Евразия йөрәге” фестивалендә сығыш яһаясаҡ.
Был марафонда Башҡортостандан “Арғымаҡ” этно төркөмө ҡатнаша. “Ни өсөн тап “Арғымаҡ”?” тигән һорауға Надежда Георгиевна: “Миңә уларҙың ижади йүнәлеше оҡшай", тип яуап бирҙе.
Матбуғат конференцияһы һуңында йырсы үҙенең ижади коллективы менән журналистарға йыр ҙа бүләк итте.
Автор фотолары.
Автор: Айгөл Йәмилева.
Читайте нас: