Һәләте – әсәһенән
Зилә Белорет ҡалаһында Зәкирә Яхъя ҡыҙы менән Мазһар Вәлиулла улы Мәмлиевтәрҙең ғаиләһендә донъяға килә. Уның бала сағы, мәктәп йылдары райондағы Ҡаһарман, Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында үтә.
– Әсәйем 12 йәшенән алып баянда, мандолинала уйнай, 80 йәшен үткәндә лә ҡулында баян булды. Миндә уның моңо ла барҙыр. Ул матур бейей, моңло йырлай ине. Заманында уны Заһир Исмәғилев менән Фәйзи Ғәскәров Өфөгә уҡырға саҡыра. Теләһәң – бейеүсе йә йырсы, теләһәң, музыкант булырһың, тип иркенә ҡуялар. Ләкин ул “аяғыма кейергә юҡ” тип уҡырға бармаған. Беҙ балалар гел сәнғәткә ынтылып торҙоҡ. Ҡустым – бейеүсе, мин төрлө юҫыҡта эшләйем. Әсәйем беребеҙгә лә ҡаршы торманы. Бәлки, үҙенең тормошҡа ашмаған хыялдарын беҙҙә күргәндер. Улым Яндың беренсе тыңлаусыһы ине, тиһәм дә була, кәңәштәрен бирә, ҡушылып йырлап та ебәрә торғайны, – тип хәтерләй Зилә быйыл арабыҙҙан киткән әсәһе хаҡында.
Эйе, булыр бала – биләүҙән, тигән беҙҙең халыҡ, шундайҙарҙы күреп. Сибек кенә ҡыҙсыҡ Зиләгә лә ҡайһылай янып торған, тауҙар аҡтарырҙай ижади ҡомар һалынған. Башҡа ҡыҙҙар, ательеға йөрөгән һымаҡ, күпләп ҡурсаҡтар, кейемдәрҙең төрлө фасондарын эшләтергә килә. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, шуларҙан альбом булдырырға, уны һаҡларға ла башы еткән. Үҙе лә уйламайынса, хәҙерге тел менән әйткәндә, дизайнер булған дабаһа!
Шуны ла белмәй тип әйтмәһендәр тип, оялып, өлкәндәрҙән һорамайынса, үҙенең теләге менән өйрәнә күп нәмәгә. Бында, әлеге лә баяғы, бөтә тирә-яҡты күҙәтә белеүе, үҙенең кисерештәрен анализлап, һығымта яһау һәләте ярҙам иткәндер бәләкәскә. Һүрәтте һәйбәт төшөрөүе һуңынан кейеҙгә тотонғанда ярап ҡала. Оҫталығы хайран итерлек! Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тигән халҡыбыҙ эшләгән әйбереңде боҙоп ҡуймаҫҡа була. Алтын ҡуллы кеше булараҡ, хатта бер тапҡыр ҙа үлсәп тормайынса, күҙ ҡарашы менән дөп-дөрөҫ самалап, киҫә лә ҡуя. Бына ҡайҙа ул теүәл күҙ үлсәме! Шулай булмаһа, дүртенсе класта ғына уҡыһа ла, бәйләргә, сигергә үҙе өйрәнә алыр инеме? Алдан төшөп булһа ла әйтәйем, был һөнәре аҙаҡ гастролдәргә йөрөгәндә, һигеҙәр сәғәт юлда автобуста барғанда ваҡытын әрәм итмәҫкә, свитерҙар, кофталар бәйләп кейергә булышлыҡ иткәнен көлә-көлә һөйләгәйне.
Әсәһе яғынан Хөббиямал өләсәһе лә шулай уҡ уңған: кейеҙсе, тегенсе, имле ҡуллы булған, ситектәр ҙә теккән. Кешеләрҙең һөйәге имгәнһә, уға килер булған. Быуындарын урынына ултыртҡан, һынғандарына ҡамыр һылап “гипс” һалған. Әлбиттә, ҡулының имле булыуы ла, тағы төрлө шифалы дарыу үләндәрен белеүе лә ҡыҙы Зәкирә инәйгә лә, ейәнсәре Зиләгә лә бирелә. Шуға ла өйөндә, юҡ тигәндә лә, тиҫтәнән ашыу дарыу үләне була.
Атаһы кеүек, ул да циркты һайлай...
Иң беренсе үкенесе, күңел һағышы – атаһы иҫән саҡта уның менән осраша алмауы. Алтынсы класта уҡығанда бер мәртәбә лә күрмәгән атаһы Мазһар яҡты донъя менән хушлаша. Үҙаллы тормош көтә башлағас ҡына, атаһының туғандары менән аралашыу, уның ниндәй кеше булыуы тураһында белеү йөрәгенә таш булып ултырған мәңгелек һыҙланыуҙарын һыпырып алғандай була. Атаһы тураһындағы яҡты иҫтәлектәрен ҡәҙерләп һаҡлай ул. Ҡан да, йән дә тартыуы, бер яҡтан, һуштан яҙҙырһа, икенсе яҡтан, күҙ йәше аралаш шатландыра ла.
Атаһы Мазһар ҙа матур йырлаған, оҫта бейегән. Ә бына уның цирк артисы булып эшләгәнен белгәс, ҡыҙы шаҡ ҡата. Ҡандың хәтере бар, тигәндәре раҫлана. Атаһынан күрмәһә лә, уның тураһында бөтөнләйгә хәбәрҙар булмаһа ла, ҡыҙы һайлаған беренсе һөнәре – цирк артисы. Бының тап килеүе – ғәжәп хәл.
Йыш ҡына ауырыған, физкультура дәресенән бушатылған кәрһеҙ генә ауыл балаһы Мәскәүгә уҡырға юлланған. Бәләкәйҙән һығылмалылығы көслө була. Бармаҡтарын арҡыс-торҡос борғолап һалып ебәрә, йәшенә ҡарамаҫтан, әле булһа ла еңел генә шпагатҡа ултыра. Мәскәүҙә уҡыған саҡтарын һағынып һөйләй ул бөгөн. Режиссура, актер оҫталығы дәрестәре көслө була. Бөтә яҡлап тәжрибә биреп, эшләтеп уҡыталар. Зилә Румянцев исемендәге Цирк училищеһын яҡшы билдәләргә тамамлай.
Һынауҙар һындырмай
Барыбер ҙә Хоҙай ҡушыуы буйынса кешенең маңлайына яҙылған яҙмышы булалыр. Берәүҙәр, кешене ризыҡ йөрөтә, икенселәр, яҙмыш йөрөтә, тип нарыҡлай. Нисек кенә борғоланма, яҙмыштан уҙмыш юҡтыр. Юғары ихтыяр көсө булған, маҡсатлы, зирәк Зиләгә цирк аренаһында эшләргә тура килмәй. Уҡып бөтөүгә, һомғол буйлы, матур поляк егетенә күҙе төшөп, кейәүгә сыға. Тәүҙә Ҡаҙағстанға, һуңынан Татарстанға күсәләр. Алабуға ҡалаһында эшкә төшәләр. Улы Ян тыуып, уға ике йәш ярым булғас, илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары урғылып таша башлай. Бөркөттәр иңләгән тауҙарын, солоҡло урмандарын, тулы һыулы Ағиҙелен – күңеленең төбөндә иң мөҡәддәс хистәр һаҡлаған Бөрйәнен һағыныуына тулышып, бар донъяһын ташлап ҡайта ла китә. Бөрйәне – бер йәне шул, эх кенә!
Мөғжизәле, серле иленең район мәҙәниәт йортонда бер йыл эшләй. Һағыныуҙары баҫыла төшкәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт техникумына академик хор етәксеһе факультетына уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт йәштәре иттифағының сәнғәт бүлегендә эшләй. Ун йылдан ашыу Стәрлетамаҡта үткән “Һылыуҡай”, “Урал бөркөтө”, “Урал моңо”, “Халҡым моңо”, “Йәшлек-шоу”ҙарға әҙерләнеүҙәр, сценарий яҙыуҙар тулайым көйөнсә фәҡәт Зилә Мазһар ҡыҙының иңендә була. Һәр сараға ҡурҡмайынса тотоноп, ныҡышмал һәм талапсан рәүештә атҡарып сыға, бер ыңғай тәжрибә туплай.
Күңел талабы буйынса һәр ғәмәлен энәһенән-ебенә ҡәҙәр еткереп эшләп ҡуйыуын филармония етәксеһе күреп, үҙҙәренә йырсы һәм алып барыусы итеп эшкә саҡыра. Сәхнәнән һөйләргә әҙер сценарийҙар, юмор өлгөләре бында ла булмай, барыһын да үҙенә уйлап сығарырға тура килә. Былар бөтәһе лә яңылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылыусан ижадсыға аяғында ныҡ баҫып торорға, сәнғәттә, мәҙәниәттә янып эшләүгә юл аса.
Тағы ла ҙурыраҡ хыялдар ҡора башлай Зилә, әммә яҙмыш тигәнең уға тағы ла ауырыраҡ һынау бирә, осортоп алып теҙ сүктерә лә ҡуя шул. Уйламағанда, көтмәгәндә оло юл фажиғәһенә эләгә. Алғы пассажир урынында килгәндә Зилә ултырған автомобиль менән ҙур йөк машинаһы “ЗиЛ” бәрелешә. Һынмаған ере ҡалмай ҡатындың, маңлайы тулы быяла, умыртҡа һөйәге бер нисә урындан йәрәхәтләнә. Бәләгә тарыған ҡатындың хәлен күргән табиптар уның йәшәренә аҙ ғына ла өмөт сатҡыһы бағламай.
Дауаханаға эләккәндең өсөнсө көнөндә күҙен асып табиптан: “Мине ҡасан сығарырһығыҙ икән?” – тип һорағас ҡына, улар “йәшәйәсәк” тигән һығымтаға килә.
Егерме көн үткәс, Зилә көҙгөнән танауының ҡыйыш уңалыуын күреп ҡала. Табиптарға үҙенең сәхнә кешеһе булыуын, уға матур танау кәрәклеген әйтә. Ныҡыш ауырыуҙы күреп аптыраған табип уколһыҙ, наркозһыҙ ҡулы менән күҙҙәренән йәштәр атылғансы борғолап, танауын турайтып бирә.
Дауаханала әсәһенең хәлен күреп, 14 йәшлек улы Ян, ҡулдарынан тотоп, күҙҙәренә бағып: “Әсәй, һин үлеп ҡуйма инде!” – тип ялбара.
Үҙенең хәле ауыр булыуға ҡарамаҫтан, әсә кеше улын ҡалдырып сыҙап ята буламы инде?! Ауырыуҙың һаулығы өсөн ҡурҡып торған табиптарҙы өйөнә ҡайтарырға, унда тиҙерәк йүнәлеренә ышандырып ризалаштыра. Үҙенең көсө менән тороп ултыра ла, ята ла алмаған кешегә әллә күпме ыҙа сигергә тура килә.
Йәшәү көсө
Ҡаты ныҡышмалылыҡ, көслө характер, тормошто, яҡындарын үтә лә ныҡ яратыуы ҡотҡара, һынмаҫҡа терәк-таяныс була, күңел ҡанаттарын нығыта. Ярҙам көтөр урын юҡ, аҡсаһыҙ йәшәп булмай, үҙеңдең генә көсөңә таянырға кәрәк. Ярты йыл үткәс, сит-ят, шомло уйҙар күңеленә ояламаһын өсөн, Зилә БДУ-ның филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә.
Дөрөҫөрәге, белем алыуҙан бигерәк, үҙенә киләсәккә артабан алға атларға этәргес көс булһын өсөн. Китаптар уҡый, курс, диплом эштәре яҙа, йәштәргә кәңәштәрен бирә. Улар менән аралашыу тормошон төрләндерә, йәм өҫтәгәндәй тойола. Гастролдәргә йөрөй башлай. Йөрөй башлай тигәс тә, саҡ ултыра башлаған кеше машинаның артҡы эскәмйәһенә ятып бара, ятып ҡайта. Сәхнәгә сығып йырлай ҙа артына иптәштәре әҙерләп ҡуйған һикегә сығып ята.
Һыҙланыуҙарға сыҙай алмаған мәлдә лә ыңғырашмаған, хатта үҙендә сәхнәгә сығып йырларлыҡ көс тә, кәйеф тә тапҡан. Бына ҡайҙа ул ҡоростай ихтыяр көсө! Яҡындарын ҡурсалар өсөн бөгөлөп төшөрлөк хәлдә лә башы эйелмәгән, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән, ҡанаттары һынмаған. “Улым” тип типкән әсә йөрәге Йыһанды иңләрҙәй көс тапҡан.
Йыл ярым ваҡыт үткәс кенә, мануаль терапевтар ярҙамында аяҡҡа баҫа башлай Зилә. Тормошо яйға һалынғандай тойолғас, Өфөгә күсә, Башҡортостан юлдаш телеканалында, “Ҡурай” каналдарында мөхәррир була. “Тюрквижн” конкурсының сценарийын яҙа.
Бер туған ҡустыһы Вәлит Мөхәмәткилдин, Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында клуб мөдире булып эшләп йөрөгәндә әсәһен, яҡын туғандарын ҡара ҡайғыға һалып яман шеш ауырыуынан баҡыйлыҡҡа китә. Толҡа тапмаған шыҡһыҙ көндәр. Ауылда һарыҡ йөнөн сығарып ташлағандарын ишетеп ҡала Зилә. Йөн баҫып, хәсрәтен оноторға иҫәпләй. Нәҡ ошо Рәхмәттә күптән бөрөләнгән ғүмерлек хыялын тергеҙә ул.
Ун биш йыл элек һорашып-белешеп, ултырғыс түшәге, олтораҡ баҫып ҡараған икән. Йөн булмағас, эше туҡтаған. Ә хәҙер Республика көнөнә кейеҙ баҫыу – ата-бабаларҙан ҡалған йоланы тергеҙә ул. Кейеҙ – милләтебеҙҙең мәҙәниәтен, сәнғәтен, йәшәйешен кәүҙәләндергән оло мираҫ та, изге аманат та. Кейеҙ – тарихыбыҙҙы сағылдырған оло сәнғәт донъяһы ул.
Башҡорт кейеҙе ҡурайҙан да, балдан да, ҡымыҙҙан да, буҙанан да, аттан да кәм түгел, ә, бәлки, ҡулланыу даирәһе киңерәк һәм ҡиммәтерәк мөғжизәлер ҙә.
Шуны аңлаған, күптән күңеле менән кейеҙ илендә йәшәгән Зилә Мазһар ҡыҙы хәсрәтен баҫырға форсат сыҡҡанына ҡыуана. Ныҡлап өйрәнергә уйлап, һораштырып ҡарай, белгән кешене тапмағас, йәһәт кенә дилбегәне ҡулына алып, үҙе өйрәтә башлай.
– Әбйәлилдәрҙе кейеҙ менән аптыратып булмай, кейеҙ тиһәк, түшәк, ҡаралты күҙ алдына килә. Ә беҙ кейеҙҙән кейем баҫа башланыҡ. Баштан-аяҡ кейенеп алаһың, ҡаралты, түшәк эшләйһең, – ти Зилә.
Был шөғөл менән күптәр, йәше-ҡарты ла ҡыҙыҡһына башлай. Оҫталыҡ дәрестәренә һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарҙан башлап алтмыш һигеҙ йәшлек апайҙарға хәтлем йөрөй. Зиләнең йырлай-йырлай баҫҡан зауыҡлы, сағыу кейеҙҙәренән моң, ҡот, бәрәкәт тарала. Юҡҡа ғына, боронғолар ҡот, бәхет, муллыҡ теләп, йәш киленде кейеҙгә баҫтырмаған. Рәхмәттәр хәҙер кейеҙле лә, кейемле лә булды.
Район, төбәк-ара, республика сараларындағы матур кейеҙ күргәҙмәһендә Зилә Лира – иң ҡәҙерле ҡунаҡ. Ул – “Ҡурай даны” телепремияһы номинанты, “Ҡурай” каналында, “Бәхетнамә”, “Хәйерле иртә, Республика!” тапшырыуҙарында кейеҙ тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ойошторҙо, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
– Бер хыялым бар – Өфөлә тирмә баҫыу! Был бер генә кешенең эше түгел, бында ир-ат көсө кәрәк. Элек кейеҙ баҫҡанда ирҙәр ҡатнашып, йөндө ҙур ерҙәрҙә урап, ат менеп тәгәрәтеп, һөйрәтеп алып йөрөгән. Ҡатын-ҡыҙҙың ғына эше түгел шул был.
Мәҙәни тормошҡа яңы һулыш өҫтәй
Яҙмыш елдәре ата-бабалар кендегенең ҡаны тамған Әбйәлил ерлегенә алып килгәс тә, Зилә ең һыҙғанып эшкә тотона. Район халҡының, Күбәләк ырыуы вәкилдәренең мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Дәрт-дарманын, белем көсөн, урғылып торған ижади ҡомарын эшкә егеп башҡарған ғәмәлдәрен, уңыштарын һанап бөткөһөҙ. Һәр бер тарихи һәм иҫтәлекле ваҡиғаны ҙур байрамға әүерелдерә. Әбйәлил, күрше Белорет, Учалы райондарының ауылдарында концерттар күрһәтеү, спектаклдәр менән сығыш яһау, кинотаҫмалар төшөрөү, кейеҙ баҫыу йолаһын тергеҙеү – һәр береһен тейешле һөнәри кимәлдә үтәй. Аҙна-ун көн буйы барған “Аралар ярышы” проекты үҙе республика кимәленә сығарырҙай ҙур сара була. “Өс таған” бейеү конкурсын ойоштора. Йыл да “Ололар көнө”, Яңы йыл бал-маскарады, “Мажаралы ҡыш”, “Наурыҙ”, “Ватанды һаҡлаусылар көнө”, “Ҡатын-ҡыҙҙар байрам”дары ижади таһыллыҡ менән үткәрелә. Илһамлы ханым Зилә, “Йәйғор” ансамбле апайҙарын, бер тапҡыр ҙа сәхнәгә аяҡ баҫмауҙарына ҡарамайынса, юғары һөнәри кимәлдә йырларға, бейергә өйрәтә. Улар төрлө район, төбәк-ара бәйгеләргә сыға, һөҙөмтәлә алдынғы урындар яулай.
“Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында “Ҡымыҙсылар”, “Сыңрау торна” бейеүҙәре менән финалға сығып, гала-концертта ҡатнашыу һәм III дәрәжә дипломға лайыҡ булыу – фәҡәт тырыш һәм абруйлы остаздарының фиҙакәр эш һөҙөмтәһе.
Магнитогорск ҡалаһында үткәрелгән “Сыңлы үксә” бәйгеһендә – “Ҡымыҙсылар” бейеүе менән, “Яҙғы һандуғас” ярышына халыҡ йырҙары “Эх, тала, тала” һәм “Ах, ты Порушка-Параня” попурриһы менән I дәрәжә дипломдар яулауҙары – етәкселәре Зилә Мазһар ҡыҙының оло хеҙмәт емеше.
Гүзәл Әхмәҙиева, йыл һайын сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Уҡыусыһы Ынйы Мансурова “Тимерсе ҡыҙы”, “Күбәләк һылыуы” бейеүҙәре менән “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсының финалына сығып, Гран-при яулай. Илсур Әғзәмов Асҡарҙа ХIV төбәк-ара эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсында III дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Уҡыусыһы Ринат Ғаззалов “Сулпылар-2018”, “Ирәндек моңдары-2018”, “Голос Зауралья. Дети” конкурстарында алдынғы урындар ала. Шуға ла әүҙем башҡарған эштәре өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының, “Тамыр” телеканалының, “Байыҡ-2017”, “Байыҡ-2018” телевизион бейеү конкурстарының, Башҡорт ҡоролтайының Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ була Зилә Лира.
Ижад дауам итә
Һәр ваҡыт үҙенә юғары талаптар, маҡсаттар ҡуйып, халҡына хеҙмәт итеүҙе мөҡәддәс бурысы итеп һанап, арымай-талмай фиҙакәр эшләүен бер йыл элек Өфөгә күскәс тә дауам итә Зилә. Ул, кинорежиссер Булат Йосопов ойошторған “Ер һүҙе” тип аталған кинофорумда ҡатнашып, “Ишара” исемле ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм төшөрә.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоевтың төркөмөндә гастролдәргә йөрөй башлайҙар. Зилә көслө, талантлы егеткә биргән кәңәштәренең урынлы булыуына ҡыуана, шуға күрә үҙенең көсөн түгергә риза. Ифрат ябай, ҡыҙыҡһыныусан, аҡыллы ғәҙәтле, донъяуи ғилемгә маһир башҡорт ҡыҙы атлап ҡына түгел, йүгереп йәшәй.
– Эшен яратҡан кеше беренсе сиратта тамашасыны ихтирам итергә тейеш. Осһоҙ юмор менән мауығырға ярамай. Дөрөҫөн әйткәндә, ябай ғына әйберҙән ҡыҙыҡ табырға тырышабыҙ, икенсебеҙ эләктереп алһа, киң ҡоласлы сығышҡа әйләнеүе лә ихтимал. Ултыр ҙа яҙ! Күп нәмә сағыштырыуҙар аша килә. Ысынлап ҡыҙыҡ булғандан кешенең рәхәтләнеп көлөүенә бер нәмә лә етмәй. Уңайһыҙ һүҙҙәр әйтеп көлдөрөргә тырышҡандарҙы яратмайым. Көлкө лә ысын мәғәнәһендә халыҡсан булырға тейеш. Кешене мыҫҡыллап көлөү иһә насар.
Тамашасыны көлдөрә алманың икән, һин һөйләй алманың, йырың үтмәне икән, тимәк, еткерә алманың, тигән һүҙ.
Яраттыра белмәйһең икән, юлын эҙләп табырға кәрәк. Беҙ үҙебеҙ өсөн йәшәмәйбеҙ, тамашасы өсөн йәшәйбеҙ. Халыҡтың йәшәйеше еңелдән түгел Кешеләр концертта проблемаларынан арынып, ял итеп ҡайта алмай икән, ул бүтән килмәйәсәк. Уның менән йәнле аралашып, ҡушылып йырлап, бергә булырға тейешбеҙ.
Беҙҙең эш – тамашасы менән эшләү. Ижад ҡоралыбыҙ –үҙебеҙ. Уларҙың беҙҙе нисек ҡабул итеүен күреп, ҡәнәғәтлек тойғоһо алып ҡайтабыҙ. Көс түгеп биргән энергияң кире ҡайтһа – иң яҡшыһы, – ти Зилә сәхнә, артист, тамашасы тураһында фекер йөрөткәндә.
Эйә, Зилә Лира, һәр ваҡытығыса, тамашасының йөрәгенә ҡыҙыҡһыныу осҡоно һала белә. Халҡыбыҙҙы ҡыуандырып, яңынан-яңы йырҙар ижад итергә яҙһын көслө рухлы башҡорт ҡыҙына.