Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Август 2020, 17:15

Бөгөн Земфира тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн Рәсәйҙең рок-йырсыһы, музыкант, йыр текстарын һәм көйҙәрен яҙыусы, рок жанрындағы ҡатын-ҡыҙ башҡарыусыларҙың иң танылғандарының береһе, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Земфира Рамазанованың тыуған көнө.

Земфира Тәлғәт ҡыҙы Рамазанова 1976 йылдың 26 авгусында Өфөлә тыуған. Атаһы — тарих уҡытыусыһы, әсәһе — табип. Музыка мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған ҡыҙ спортта ла ҡалышмаған — баскетболда ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшкән, 1990 йылда Рәсәй ҡыҙҙар йыйылма командаһы капитаны булған. 1998 йылдың башында үҙ төркөмөн булдыра, ә 1999 йылдың майынан алып Рәсәйҙә уның йырҙары яңғырамаған радио ҡалмай.
Яҡташыбыҙҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә уға ижади үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Фото: gazeta.ru
Автор: Карима Усманова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/427683
Читайте нас: