Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Июнь 2020, 13:50

Зиләрә ни өсөн ҡулына бысҡы алған?

24.06.2020 11:30:00 // РУБРИКАЛАРТеатр һәм кино актрисаһы Зиләрә Юлтаеваның Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Өфөгә күсенеүе күптәр өсөн көтмәгәндә булды. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе уға аҡ юл теләп оҙатып ҡалды, ә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡушҡуллап эшкә алды.

Ошо көндәрҙә Зиләрәнең тыуған көнө булды, ул иҫтәлекле ваҡиғаны ауылда ҡаршыланы.

"Ауылда тыуған көн ошолайыраҡ үтергә тейеш инде, – тип яҙған “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә актриса, ҡулына бысҡы тотоп фотоға төшөп. – Утын быса белмәйем, әммә сөй һура беләм. Мин – ҡылансыҡ!"

Ғәҙәттә, гүзәл зат аш-һыу янында урала, улар бешергән ризыҡтар телде йоторлоҡ йәки нескә ҡулдары менән бәйләнгән эштәре күҙ яуын алырлыҡ була. Ә был осраҡта Зиләрәнең утынлыҡ янында төшкән фотоһы мәрәкә тойола.

Зиләрә Валера (Ирек) ҡыҙы Әбйәлил районында тыуып үҫкән. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙен өмөтлө актриса итеп танытып та өлгөрҙө. Театрҙа бихисап образдарға инеп, уңыштарға өлгәште, кинофильмдарҙа төрлө ролдәрҙе башҡарып билдәлелек яуланы.

Фото: З. Юлтаеваның “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Читайте нас: