Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Май 2020, 15:00

Китапхана – мөғжизәләр иле

Күптәр китапханасыларҙың эше китап биреүҙән һәм ҡабул итеүҙән генә ғибәрәт, тип уйлай. Ләкин был һөнәр эйәләренең эше күпкә мауыҡтырғысыраҡ та, яуаплыраҡ та.

- Һайлаған һөнәрем бик оҡшай. Үҙемде бә­хетле кеше итеп тоям, - район үҙәк­ләштерелгән китапханалар системаһының балалар бүлеге китапханасыһы Гөлназ Атнабаева. - Китап һөйөүселәрҙе ихлас кү­ңел менән ҡаршы алам. Уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел табырға тырышам. Китапханасы һөнәре күп яҡлы һөнәргә эйә булыуҙы ла талап итә. Ул психолог та, уҡытыусы ла, тарихсы ла, артист та, режиссер ҙа, рәссам да, ҡурсаҡ менән эш итеүсе һәм башҡа бик күп һөнәр оҫтаһы булырға тейеш. Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар үткәрәбеҙ, балалар баҡсаларына барып, әкиәттәр ҡуябыҙ. Элек “Мурашек” тигән ҡурсаҡ театрын ойошторһаҡ, хәҙер ул “Библиоша” тип атала. Балалар китап­хана­һында өс кеше эшләйбеҙ. Бөтә Рәсәй, Башҡортостан кимәлендә үткәрелгән төрлө акцияларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатна­шабыҙ. Бихисап сертификаттарға, Маҡтау ҡағыҙҙарына, дипломдарға эйә булдыҡ. Артабан да эҙләнеүҙәр өҫтөндә эшләйбеҙ. Беҙҙең маҡсатыбыҙ - мөмкин тиклем күбе­рәк уҡыусыларҙы китап уҡырға йәлеп итеү, уҡырға ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыу, китап уҡыуҙың ҡыҙыҡлы, файҙалы һәм кәрәкле шөғөл булыуын еткереү. Хәҙерге ваҡытта китап уҡыусылар кәмей, тигән фекер йөрөһә лә, беҙҙең китапхананан кеше өҙөл­мәй.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: