

Юбилей сараларында Өфө ҡунаҡтары – Милли әҙәбиәт музейы директоры Зәки Әлибаев, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәтулла Ҡунафин, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, ҡурайсы Азат Айытҡолов, философия фәндәре кандидаты Айһылыу Хөсәйенова, шулай уҡ районыбыҙҙың башҡорт теле уҡытыусылары, мәктәп уҡыусылары, китапхана һәм музей хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа әҙәбиәткә битараф булмаған яҡташтарыбыҙ ҡатнашты.
Был көндө Һәүәләй ауылы мәктәбендә “Өмөтбаев уҡыуҙары” ойошторолдо. Мәртәбәле ҡунаҡтар М.Өмөтбаевтың яҡты рухын иҫкә алып, Ибраһим ауылында уның һәйкәленә һәм ҡәберенә сәскәләр һалды, музейға сәйәхәт ҡылды.
Һәүәләй ауылы мәҙәниәт йортондағы түңәрәк өҫтәл артында иң тәүҙә “Өмөтбаев уҡыуҙары”нда төрлө номинацияларҙа еңеүсе уҡыусылар Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде, ә уларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Түңәрәк өҫтәл артында был көндө “Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың рухи һәм мәҙәни мираҫы: 185 йылдан һуң ҡараш” тип аталған тема буйынса әңгәмә ҡоролдо.
Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева сығыш яһаны һәм М.Өмөтбаевтың мәғрифәтселек традицияларының йәштәрҙе тәрбиәләү, гражданлыҡ үҙенсәлеген формалаштырыу, Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу өсөн әһәмиәтле булыуы хаҡында бәйән итте.
Артабан сарала ҡатнашыусылар М. Өмөтбаевтың тормош һәм ижад юлы, уның иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса районда башҡарылған эштәр тураһында сығыш яһаны.
Ғиниәтулла Сафиулла улы Өмөтбаевтың ижадында фәнни-мәҙәни бәйләнештәр һәм халыҡтар дуҫлығы темаһының сағылышы тураһында һөйләһә, Айһылыу Хәмзә ҡыҙы мәғрифәтсе ижадындағы философияға баҫым яһаны.
“Рәсәй балалар-үҫмерҙәр үҙәге”нең әйҙәүсе эксперты Нәргизә Закирова, Тарихтыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Клара Ғәйфуллина, Бишауыл-Уңғар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Исхаҡова, Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының әйҙәүсе методисы Алһыу Насирова М. Өмөтбаев ижадының тыуған яҡ менән бәйләнеше хаҡында бәйән иттеләр һәм был юҫыҡта башҡарылған эштәрҙе барланылар.
Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тормош һәм ижад юлын сағылдырған китаптар күргәҙмәһе лә сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибары үҙәгендә булды.
М.Өмөтбаевтың мираҫы – ул тыуып үҫкән төйәгебеҙҙең ҡаҙанышы ғына түгел, ә быуындарҙы һәм халыҡтарҙы мәғрифәткә, үҙ-ара аңлашыуға һәм рухи үҫешкә ынтылыуҙа берләштергән дөйөм Рәсәй мәҙәниәтенең мөһим өлөшө лә булыуын онотмайыҡ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.
Өмөтбаев Өмөтбаев – ғалим-әҙип,
Тарихсы һәм фольклорсы.
Мәғрифәтсе, тәржемәсе,
Этнограф, белгес, телсе.
Бишек йырын йылға, тирәк шауы,
Ҡоштар төрлө телдә башҡарған.
Йомран ере, ябай башҡорт улын
Йәдкәр итеп илгә танытҡан.
Тыуған ергә мөхәббәте
Һәр әҫәрҙә сағыла.
Нәфрәт уты йәшнәй, яна
Халыҡты талаусыға.
Быуаттар, йылдар үтһә лә,
Ул халыҡтың телендә.
Өмөтбаев уҡыуҙары ерҙә
Дауам итә бөгөн дә!
Тәнзилә АБДРАХМАНОВА.
Ҡарлыманбаш ауылы.