

Минең бөгөнгө геройҙарым – Аман, Иллария һәм Рәмил Ҡырмыҫҡалы гимназияһының беренсе класына баралар. Белем байрамы алдынан буласаҡ уҡыусылар менән осрашып, һөйләшеп алдыҡ.
Иллария һәм Аман Ҡоҙаҡаевтар – игеҙәктәр. Улар һүрәт төшөрөргә, төрлө материалдарҙан һындар эшләргә ярата. Шулай уҡ хәрәкәтле уйындарҙы үҙ итәләр, велсосипедта һәм самокатта елдерәләр. Киләсәктә Аман инженер булырға уйлай, ә Иллария барлыҡ ҡыҙҙар кеүек косметолог-визажист булыу теләге менән яна.
Рәмил Шәрәфиев иһә күп конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, бихисап еңеүҙәр яулап та өлгөргән. Донъя халыҡтары әкиәттәрен Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрендә һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсының “Яһалма интеллект күҙлегенән әкиәт донъяһы: киләсәк буктрейлеры” номинацияһында ул башҡорт халҡының “Айыуғолаҡ” әкиәте менән 1-се урынды яуланы. Легендар яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов тураһындағы эше Фәнни-практик конференцияла 3-сө урынға сыҡты. Ул блогерлыҡ эшен дә яҡшы белә, төрлө видеоларға монтаж эшләргә ярата.
– Ҙурайғас ғалим-блогер булам. Төрлө видеолар төшөрәсәкмен, шул уҡ ваҡытта яңы нәмәләр ҙә уйлап табасаҡмын. Кешеләр был донъяла мәңге йәшәһен өсөн дарыу уйлап тапҡым килә, - тигән хыялдары менән дә бүлеште Рәмил.
Рәмил, Аман һәм Иллария балалар баҡсаһына йөрөй башлағандан алып дуҫтар. Улар һәр саҡ бергә: бергәләшеп вокал түңәрәгенә йөрөйҙәр, йырларға яраталар. Киләсәктә бейеү түңәргендә шөғөлләнергә әҙерләнәләр.
Бөгөнгө кескәй әңгәмәселәремдең атаәсәләре менән дә таныштырып үтәйем. Рәмилдең әсәһе Әлфиә Фидаил ҡыҙы Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң “Тиктормаҫ” балалар медиастудияһын етәкләй, атаһы Рөстәм Хәлил улы Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбендә математика һәм информатиканан белем бирә.
Аман менән Илларияның әсәләре Ләйсән Салауат ҡыҙы үҙәк район дауаханаһында иҡтисадсы булып эшләй, атайҙары Айҙар Әсҡәт улы һөнәре буйынса электр монтажлаусы.
Рәмил, Аман һәм Илларияға мәктәптә уҡыу йылдары бары тик шатлыҡ-һөйөнөстәр генә алып килһен. Уларға тырышып уҡырға һәм киләсәктә районыбыҙҙың ғына түгел, республикабыҙ һәм илебеҙҙең дә данын күтәрерҙәй шәхестәр булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ. Барлыҡ хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, киләсәгегеҙ бәхетле булһын!
Әйткәндәй, бөгөнгө мәҡәләм геройҙары менән иҫәнлектә-һаулыҡта сығарылыш уҡыу йылында осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ.
Балалар мәктәпкә әҙер, матур итеп кейенгәндәр, йөҙҙәрендә шатлыҡ балҡый – был, әлбиттә, ата-әсәләрҙең тырышлығы. Һеҙгә лә, хөрмәтле ата-әсәләр, иҫәнлекһаулыҡ, түҙемлек теләйбеҙ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.