

Ә әлегә һәр йылдағыса дөйөм белем һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү учреждениеларының балаларҙы ҡабул итергә әҙерлеген асыҡлау маҡсаты менән биналарҙы тикшереү һәм баһа биреү өсөн ведомство-ара махсус комиссия эшләне.
Комиссия ағзалары комиссия эшенең һуңғы көнөн Ҡырмыҫҡалы ауылында үткәрҙе һәм 1-се балалар баҡсаһы, уның филиалында, “Бал ҡорто” балалар баҡсаһында, 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә булдылар.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева етәкселегендәге махсус комиссия мәктәптәрҙең һәм балалар баҡсаларының, өҫтәмә белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе.
Комиссия эше барышында электр үткәргестәренең, автоматик янғын сигнализацияһының һәм янғын ваҡытында кешеләргә хәбәр итеү системаларының төҙөклөгөнә айырым иғтибар бүленде, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендәге, юл хәүефһеҙлеге торошона бәйле документтар ентекле тикшерелде, уҡыусыларҙың сифатлы туҡланыуын тәьмин итеүгә ашханаларҙың әҙерлеген, спорт залдарының, матди-техник базаһы торошон, йылытыу миҙгеленә әҙерлекте, шулай уҡ тирә-яҡ биләмәләрҙең төҙөкләндерелеүен тикшерҙе. Видеокүҙәтеү системаһының эше лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Ә инде улар үҙ сиратында балаларға белем биреү процесы уңайлы шарттарҙа үтһен өсөн яңы уҡыу йылына әҙерләнеү буйынса ғәйәт ҙур эш алып барғандар. Белем биреү учреждениеларында уҡыу кабинеттарына, мәктәп ашханаларына, спорт залдарына һәм коридорҙарға еңелсә ремонт яһалған. Белем усаҡтарында тулыһынса ремонт эшләнгән, йәғни парталар, иҙәндәр буялған, стеналар ағартылған, биләмәләр төҙөкләндерелгән. Яҡты кластар бөгөндән уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Ҡайһы бер кластарҙа класс мөйөштәре булдырырға, стендтарҙы башҡорт теленә тәржемә итергә, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктажды яңыртырға ҡушылды.
- Беҙҙең балалар баҡсаһы 20 июлдә ағымдағы ремонтҡа ябылды. Косметик ремонт үткәрҙек, бина алдындағы ҡойманы евроштакетникка алмаштырҙыҡ. Бөтәһе 4 төркөмгә 122 бала киләсәк, – ти “Бала ҡорто” балалар баҡсаһы мөдире Әлфинә Дилмөхәмәтова.
2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенә 2023 йылда капиталь ремонт яһалғайны: яңы уҡыу ҡорамалдары һатып алынды, шулай уҡ мәктәп эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылды. Шуға күрә унда әллә ни ҙур ремонт талап ителмәне. Шулай ҙа мәктәп коллективы буяу, ағартыу эштәрен матур итеп атҡарып сыҡты.
Әйткәндәй, ағымдағы йылда 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе ҙур ваҡиға кисерҙе. Ҡырмыҫҡалы ауылының С.М.Чугункин исемендәге мәктәп ябылыу сәбәпле, был мәктәптең уҡытыусылар коллективын һәм уҡыусыларын 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе үҙ ҡанаты аҫтына алды. Хәҙер улар берҙәм, татыу ҙур ғаилә булып бер ҡыйыҡ аҫтында уҡыясаҡ.
Дөйөм алғанда, мәктәптәрҙең торошо яҡшы тип билдәләнде, ә ваҡ етешһеҙлектәрҙе яңы уҡыу йылы башланғансы бөтөрөргә ҡушылды.
Иң мөһиме, ил-йорт имен булып, ҡыҙҙар-малайҙарға йәнә мәктәптәрҙә ҡыңғырау яңғырауын ишетергә, яратҡан класы, уҡытыусылары менән осрашып, мәктәп парталары артына ултырырға насип булһын.
- Беҙҙең бурыс - белем биреү процесының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәптәр уҡыусыларҙы яңыртылған килеш ҡаршы алһын, уларға мәктәптәрҙә уҡыу процесы уңайлы булһын өсөн ҙур эш башҡарылған. Ә мәктәп етәкселәренә һәм уҡытыусыларҙың һәр береһенә айырым ҙур рәхмәтемде еткергем килә, - тине Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы.
Барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәрен етеп килгән белем байрамы менән ҡотлайбыҙ. Уңыштар, йәнә лә юғарыраҡ һөҙөмтәләр теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.