Даирә
+19 °С
Облачно
Мәктәптәрҙә
30 Июля , 06:41

Онотолмаҫ көндәр

Йылы диңгеҙ һәм сағыу ҡояш, саф һауа, боҙло тау йылғалары һәм йәмле Кавказ ҡаялары – Ҡара диңгеҙ яры ижад һәм илһам өсөн генә булдырылған!

Онотолмаҫ көндәрОнотолмаҫ көндәр
Онотолмаҫ көндәр

С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең 7 “а” һәм 4 “а” класы уҡыусылары Ариана Ғәлиуллина, Милана Сафина, Әмирә Ғәлина (етәксеһе - хеҙмәт уҡытыусыһы Альбина Осипова) «Арт-волна 2026» (Сочи) Халыҡ-ара ижади лагерында ҡатнашты.
Беҙҙең балалар ижади лагерҙа үҙҙәренең конкурс эштәре менән биҙәү-ҡулланма сәнғәте номинацияһында еңеп, кубок һәм грамоталар яуланы. Бынан тыш, Ҡара диңгеҙ яры буйында ял, мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре, Сочиҙың иң матур урындарына сәйәхәттәр, яңы танышыуҙар, ҡыҙыҡлы фотоквестар һәм квиздар, дәртле бейеүҙәр һәм бүләктәр уйнатыу менән бергә “Хитомания” музыкаль уйын “Арт-волна” ижади лагерында ял итеүселәр өсөн онотолмаҫ йәйге бүләк булды.
- Тәьҫораттар һәм эмоцияларға бай булған был каникул көндәре мәңге хәтерҙә ҡаласаҡ! Беҙ ата-әсәләргә, профессиональ жюри алдында сығыш яһарға ярҙам иткәне өсөн педагогыбыҙ Альбина Осиповаға һәм “Арт-Волна 2026” конкурсында онотолмаҫ мәлдәрҙе бергә үткәргән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ, - ти уҡыусылар.
Конкурста балалар бүләкләнеүҙән башҡа үҙенсәлекле дизайн менән сувенирҙар, ә иң мөһиме – ғүмерлек иң сағыу иҫтәлектәр алып ҡайтты! Балаларға артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын!
Елена Юнысова,
С.М. Чугункин исемендәге мәктәптең директор урынбаҫары.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас