

Ҡустығол ауылы мәктәбендә башланғыс белем алғас, беҙ уҡыуҙы Шәрипҡол ауылында дауам иттек. Бында уҡыған биш йыл биш көндәй үтеп тә китте. Күңелле мәктәп йылдары, беҙгә белем биреүсе уҡытыусылар бер ҡасан да хәтерҙән сыҡмай.
Бөгөнгө көндә Шәрипҡол урта мәктәбен юғары категориялы уҡытыусы Рәйлә Наил ҡыҙы Ғәйнуллина етәкләй. Тәүге һүҙ алған мәктәп директоры барлыҡ ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм белем усағының бөгөнгө тормошо менән таныштырҙы, уҡыусыларҙың уңыштары хаҡында бәйән итте.
- Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Шәрипҡол ауылында уҡытыу ХХ быуат башында мәсет бинаһында башлана. Был эште мулла Ғәйнетдин Муллағол улы Хоҙайбирҙин ойоштора. Ауылда башланғыс мәктәп 1929 йылда асыла. Мәктәптә белем биреүҙе Боҙаяҙ ауылында тыуған Фирүз Хәсән улы Мәҡсүтов латин графикаһы нигеҙендә алып бара. Көндөҙ мәктәптә балалар уҡый, ә кис өлкәндәр өсөн ликбез мәктәбе эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла балаларҙы уҡытыу туҡтамай. 1954-1955 йылдарҙа ауылда 5-6-сы кластар асыла. Ул йылдарҙа мәктәп Мөкәй мәктәбе филиалы тип атала. 1970 йылдан 1975 йылға тиклем ауылда башланғыс мәктәп кенә эшләй. 1976-1977 уҡыу йылында ике ҡатлы яңы кирбес мәктәп балаларға үҙ ишектәрен аса. Башланғыс мәктәптән ул һигеҙ йыллыҡҡа әйләнә. Беренсе директоры Үзбәк Мулланур улы Мөхәмәтов була. Ул яңы педагогик коллектив туплай. Был йылдарҙа мәктәп райондың алдынғы мәктәптәренең береһе һанала. Уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһе, мәктәп тормошонан алынған мәғлүмәттәр һәр ваҡыт район һәм республика гәзит-журналдары биттәрендә сағылыш таба, - тип таныштырҙы мәктәбебеҙ тарихы менән йәмле сараны алып барыусылар.
Байрамдың мәртәбәле ҡунаҡтары – район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова һәм Ҡарлыман ауыл Советы хакимиәте башлығы Азат Әхмәтйәнов мәктәпте алтын юбилейы менән ҡотлап, изге теләктәр юлланы. Шулай уҡ Гүзәл Ринат ҡыҙы район мәғариф бүлеге исеменән мәктәпкә телевизор һәм ике компьютер бүләк итте.
Артабан һүҙ мәктәптең элекке етәкселәренә һәм уларҙың яҡындарына бирелде. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе белем усағы хаҡындағы хәтирәләре менән бүлеште. Төрлө йылдарҙа уҡытҡан уҡытыусылар һәм сығарылыш уҡыусылары ла һүҙ алып, үҙҙәренең изге һүҙҙәрен әйтте, рәхмәттәрен белдерҙе.
Махсус хәрби операция биләмәһендә үҙ ғүмерҙәрен аямайынса көрәшкән батыр яҡташтарҙы иҫкә алдыҡ һәм әлеге көндә унда булған яугирҙәрҙең иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләнек.
Юбилей сараһы йыр-моңға ла бай булды. Ә иң күңелгә ятҡаны – тыуған мәктәптә ишеткән ҡыңғырау тауышы ине.
Мәктәбебеҙ йәшәһен, гөрләһен һәм беҙгә тағы ла ошо тупһала осрашырға яҙһын!
Миләүшә РӘХИМОВА.