

Министрлыҡта яңы дисциплинаны индереүгә әҙерлек башланған. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2026-2027 уҡыу йылынан ДНКР-ҙы 5-се класс уҡыусылары өйрәнә (йылына 17 сәғәт). 2027-2028 уҡыу йылында был фән – 6-сы һәм 7-се кластарҙың (йыл һайын 34 сәғәт), ә 2028/29 уҡыу йылынан 5-9-сы кластарҙың программаһына индерелә.
«Яңы уҡыу йылында «Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте» фәне уҡытыла башлай, ошо фән буйынса дәреслектәр әҙерләйбеҙ», — тип һөйләне Сергей Кравцов.
ДНКР курсы мәктәп уҡыусыларында илдең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре нигеҙендә донъяға ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Уҡыусылар күренекле ватандаштарыбыҙҙың – дәүләт, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙарының биографияһы һәм ҡараштары менән таныштырыла.
Хбәр иткәнебеҙсә, Рәсәй мәктәптәрендә яңы уҡыу йылынан ғәрәп теле уҡытыла башлай.