Даирә
+13 °С
Облачно
Мәктәптәрҙә
22 Мая , 04:48

Балаларҙың яратҡан байрамы

Тауһеңер яланында балалар һабантуйы гөрләп үтте.

Балаларҙың яратҡан байрамыБалаларҙың яратҡан байрамы
Балаларҙың яратҡан байрамы

Тауһеңер яланында балалар һабантуйы гөрләп үтте. Был көндө ҡояш та нурҙарын йәлләмәне, бар йылыһын Һабантуйға йыйылған балаларға өләште.
Балалар өсөн һабан туйы үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм Пионерия көнөнә арналған утыҙ бишенсе традицион байрам булды.
Һабантуйға уҡыусыларҙың шатлығын уртаҡлашырға рес­пуб­ликаның атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре һәм пионер хәрәкәте ветераны Мәрйәм Аба­качева, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев һәм мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова килде.
Байрам тантанаһы алдынан пионер флагын күтәреүгә Бө­тә Рәсәй һәм республика кон­­курстары һәм ярыштары еңеүселәре - Ҡырмыҫҡалы ауы­лының С.М.Чу­гункин исе­мен­дәге мәктәп уҡыусыһы Ләй­лә Әминова һәм гимназия уҡыусыһы Азамат Ҡормашевҡа бирелде. Сараның рәсми өлөшөн тантаналы асып, барлыҡ сығыш яһаусылар ҙа уҡыусыларға иң изге теләктәрен еткерҙе, рәхмәттәрен әйтте.
- Балалар һабантуйы – балаларҙың яратҡан байрамы. Был байрам күңелле мәлдәр бүләк итә – дуҫтар менән осрашыу, спорт ярыштары, йырҙар, милли уйындар һәм күңел асыуҙар. Пионерия көнө - бөгөн Балалар йәмәғәт ойошмаһы тип атала. Был байрам дуҫлыҡ, ҡыйыулыҡ, үҙ-ара ярҙам идеяларына тоғролоҡто кәүҙәләндерә. Беҙ бөтә пионерҙарға һәм пионер хәрәкәтен ойоштороусыларға тәрән хөрмәт күрһәтәбеҙ. «Татыу умарта» район йәмәғәт ойошмаһы пионерҙары совет пионерҙарының изге традицияларын дауам итә. Улар кешеләргә ярҙам итә һәм изге эштәр эшләй. Ауыр ваҡытта һалдаттарыбыҙҙың хәрби рухын күтәреүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Ошо ябай булмаған осорҙа ихлас күңелдән хаттар яҙып, посылкалар ебәреүегеҙҙе беләм һәм яугирҙәр изге эшегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Иң яҡшы хыялдарығыҙҙы һәм идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырырға, ҡыйыу рәүештә алға барырға һәм бөтә яҡшы эштәрҙә һәм башланғыстарҙа, уҡыуҙа, спортта беренсе булыуығыҙҙы теләйбеҙ, - тине Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы һәм республика һәм Бөтә Рәсәй олимпиадалары, конкурстары һәм ярыштары еңеүселәрен, призерҙарын, иң юғары уңыштарға өлгәшкән иң әүҙем уҡыусыларҙы һәм мәктәптәрҙе бүләкләп үтте.
“Зарница 2.0” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик уйынының муниципаль этабы йомғаҡтары буйынса кесе категорияла 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе 1-се урын яуланы, Ҡырмыҫҡалы ауылының С.М.Чугункин исемендәге мәктәбе 2-се урын алды, 3-сө урынға Олокүл мәктәбе сыҡты. Урта категорияла 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе беренсе урынға лайыҡ булды, икенсе урынды гимназия яуланы, өсөнсө урынды С.М.Чугункин мәктәбе алды. Өлкән категорияла 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе 1-се урынға, 2-се урын­ға - гимназия, Ҡабаҡ ауылы лицейы 3-сөгә лайыҡ булды.
Боҙаяҙ ауылының Фәнил Әсәнов исемендәге мәктәбенең “Дуҫлыҡ” пионер дружинаһы “Пионер ярыштары” район социаль проекттар конкурсы йомғаҡтары буйынса райондың иң яҡшы дружинаһы тип танылды, кубок һәм ҡиммәтле призға лайыҡ булды.
Балалар һабантуйында ҡу­йыл­ған тирмәләр зауыҡлығы менән генә түгел, ә иҫ киткес бай йөкмәткеһе менән дә айы­рылды. Һәр тирмә янында мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йыр­лап-бейеп, сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Сарала ҡатнашыусылар байрамдың те­маларына арналған күргәҙ­мәләр, балаларҙың ижади эштәре менән танышты, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
- Бөгөн һабантуйҙа мәктәп эшмәкәрлегенең төп йү­нәлештәрен тәҡдим итәбеҙ. Төп йүнәлештәр – ул, әлбиттә, яҡшы белем алыу. Әммә дәрестән тыш эшмәкәрлектең бик күп йүнәлештәре бар. Сөләймән Солтанғәлиев исемендәге хәрби-патриотик клуб ирекмәндәр, тимур командаһы хәрәкәттәре һәм төрлө акцияларҙы үҙ эсенә алған йүнәлеш буйынса күләмле эш алып бара. Һигеҙ кешенән торған отряд күптән түгел “Хәтер вахтаһы” экспедицияһынан бик күп артефакттар менән ҡайтты.
Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылы айҡанлы мәктәптә милли мәҙәниәттәр фестивале уҙғарылды. Йәрәбә буйынса һәр класс бер милләтте һайлап алды. Һәр класс үҙенә эләккән милләттең костюмдарын, аш-һыуын, йолаларын, йырҙарын тәҡдим итте. Тағы ла беҙҙең мәктәп беренселәр хәрәкәте һәм спорт йүнәлештәре буйынса әүҙем эш алып бара, - тип таныштырҙы Прибельский мәктәбе директоры Рита Хисмәтуллина.
Һабантуй майҙансығы балаларҙың шат тауыштарынан, дәртле бейеүҙәрҙән, йырҙарҙан һәм уйындарҙан гөрләп торҙо. Мәғариф учреждениеларының ижади коллективтары барыһына ла сағыу концерт номерҙары бүләк итте. Балалар төрлө милли уйындарҙа, спорт ярыштарында һәм башҡа эстафеталарҙа ҡатнашып, үҙ һәләтен, таҫыллығын, отҡорлоғон күрһәтергә тырышты. Һәр кем үҙенең бүләген алып ҡыуанды.
Әлбиттә, ниндәй генә һа­бан­туй булмаһын, уны милли көрәшһеҙ күҙ алдына ла кил­тереп булмай. Был юлы ла бил бирмәҫ батырҙар бер-бер артлы келәмгә сыҡты. Көрәш йомғаҡтары буйынса Прибельский ауылы урта мәктәбе уҡыу­сыһы Артем Казаков абсолют чемпион тип танылды.
«Иң яҡшы палаткалы ҡаласыҡ» конкурсы йомғаҡтары буйынса Илтирәк ауылының төп мәктәбе 1-се урынға лайыҡ булды, 2-се урынды Прибельский урта мәктәбе яуланы, 3-сө урынды Ҡырмыҫҡалы гимназия­һы алды.
Һабантуй “Фантик” тип атал­ған экологик операция менән тамамланды. Байрамдан һәр кем дәрт-дарман алып, яҡшы кәйеф менән, рәхмәттәр әйтеп таралышты.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас