

Уның “Бизнес-идея: ҡорама мозаика илендә” тикшеренеү эше беренсе урын яулай һәм еңеүсе дипломы тапшырыла.
Лина Нелюбина быйылғы уҡыу йылында хеҙмәт дәресе буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призер ҙа була. Олимпиада көсһөҙҙәрҙе ғәфү итмәй. Ҡатнашыусылар ике көн эсендә өс тур – теоретик, практик һәм проекттарҙы яҡлау заданиеларын үтәй.
Лина бөтә өс этапты ла “Йорт мәҙәниәте, дизайн һәм технологиялар” йүнәлешендә уңышлы үтә. Конкурстың һәр этабы бер айырым имтихан кеүек, белемде тикшереү, сыҙамлылыҡ һәм оҫталыҡ талап итә. Был уңыш ҡына түгел, ә юғары әҙерлек күрһәткесе. Былар талантлы педагог Альбина Осипова ярҙамында мөмкин булды.
- Мәктәбебеҙгә ярҙамдары, остазым Альбина Клементьевнаға фәнни консультация һәм ҙур хеҙмәте өсөн рәхмәтемде белдерәм, - ти Лина.
Ә бит үҙ донъяңды асыу туҡыма, ептәрҙән, кейем өлгөһөнән һәм, әлбиттә, ҙур теләктән башланғайны. Һәм ул уны асты.
Лина бик яуаплы, үҙ аллы уҡыусы. Уның хеҙмәтте ныҡ яратыуы һәм ныҡышмалылығы ошондай юғары күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Уңышлы кеше үҙенең тормошо өсөн яуаплылыҡ алыуын аңлай, маҡсаттар ҡуя һәм уларға өлгәшергә тырыша. Күп йылдарға маҡсаттар ҡуйырға, пландар төҙөргә һәм хәүеф-хәтәрҙе күҙалларға өйрәнә, бына ошолар Линаны уңышлы уҡыусы итеп айыра ла инде, - ти Альбина Клементьевна.
Киләсәктә лә Линаға уңыштар теләйбеҙ.
ГүзәлМөхитдинова,
С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары.