Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығын асыу көнөндә бөтә уҡыусылар өсөн экранда тематик презентация күрһәтелде, һәм ул киләһе көндәр өсөн юғары рухи көс өҫтәне. Был көндө 8-се класс уҡыусылары өсөн Зөбәржәт Ғәлимова етәкселегендә “Халыҡ йолалары. Бетеү эшләү” тигән асыҡ дәрес үтте. Унда уҡыусылар башҡорт мәҙәниәтендә бетеүҙәрҙең әһәмиәте тураһында белеп кенә ҡалманы, ә уларҙы үҙ ҡулдары менән эшләргә лә өйрәнде.
Икенсе көндө Әлиә Ишморатова “Һорау+Яуап=Портрет” тигән бик ҡыҙыҡлы, ғәҙәти булмаған сара үткәрҙе. Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Нәркәс Ҡоҙаҡаева сараға ҡунаҡ сифатында саҡырылды. Был проект коммуникатив оҫталыҡты үҫтереүгә, кеше тураһында тулы ҡараш формалаштырыу өсөн һорауҙар биреү һәм яуаптарҙы анализлау оҫталығына йүнәлтелде. Сара төркөмдәге фекер алышыу, ижади эштәр һәм мини-интервью форматында барҙы. Уҡыусылар герой портреты өҫтөндә ентекле эшләнеләр, уның һәр һыҙатын тойомларға тырыштылар. Сара тамамланғандан һуң, балаларҙың йылылығына тулы был бүләк-портреттар ҡунаҡҡа тапшырылды.
Аҙнаның өсөнсө көнөндә Лена Юламанова 6 “Г” класы уҡыусылары өсөн үткәргән “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” тигән виртуаль экскурсияһы менән, шулай уҡ Гөлшат Сәғитова ойошторған милли мотивлы түшкә ҡаҙай торған биҙәүес эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе менән хәтерҙә ҡалды.
Стилләштерелгән биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә аҙналыҡтың ҙур биҙәге булып торҙо. Саҡырылған белгес Әминә Ҡыҙрасова, уҡытыусы Гөлсинә Хәсәнова һәм 5 “В” класы уҡыусылары заманса стилгә яраҡлаштырылған башҡорт биҙәүестәрен эшләү сәнғәтенә тотондолар. Шул уҡ көндө мәктәптә ҡыҙыҡлы уйын-дәрестәр үтте. Мин, Гөлназ Сурағолова, 6 “Б” класы уҡыусылары өсөн “Дуҫлыҡты ҡәҙерлә” исемле асыҡ дәрес үткәрҙем, ә Айзилә Хөсәйенова “Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр – аҡыллылыҡ байлығы” дәресендә 3-сө класс уҡыусыларын халыҡ һүҙенең тәрәнлеге менән таныштырҙы. Шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусылары Зилә Талипова, Рәүиә Аҡбашева һәм Зифа Моратова тарафынан Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған “Туған тел һәр беребеҙ өсөн ҡәҙерле” темаһына арналған тематик әңгәмәләр үткәрелде.
Әйткәндәй, аҙналыҡ цифрлы киңлектә лә әүҙем барҙы. Предмет уҡытыусылары уҡыусыларҙы төрлө онлайн-сараларға йәлеп итте. Уҡыусылар Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған онлайн-марафонға ҡушылды, шулай уҡ “Минең телем – минең ғорурлығым” Бөтә Рәсәй селтәрле флешмобында ҡатнашты. Айырыуса “Минең туған тел уҡытыусым” Бөтә Рәсәй акцияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда хәҙерге уҡыусылар ғына түгел, мәктәпте тамамлаусылар һәм ата-әсәләр ҙә ҡатнашты. Рәхмәт һүҙҙәре һәм ҡотлауҙар “Бәйләнештә”, Telegram социаль селтәрҙәрендә баҫылды.
Аҙналыҡты йомғаҡлау көнөндә мәктәптә Гөлфирә Хисмәтуллина ойоштороуында “Минең туған телем” китап күргәҙмәһе көнө буйы эшләне. Унда һәр кем башҡорт әҙәбиәтенең иң яҡшы өлгөләре менән таныша алды.
“Башҡорт телендә һөйләшәм!” акцияһы аҙналыҡтың финалы булды. Бында 4-7-се класс уҡыусылары хор менән “Ерем, илем, телем” йырын башҡарып, туған телдең балалар йөрәгендә йәшәүен тағы бер ҡат иҫбатланы.
Шулай итеп, мәктәбебеҙҙә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙнаһы гөрләп үтте һәм бөтә ҡатнашыусыларҙа ла яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бындай саралар фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырып ҡына ҡалмай, ә үҙ халҡыңдың милли йолаларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә хөрмәт тә тәрбиәләй.
Гөлназ СУРАҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының мәктәп методик берекмәһе етәксеһе.
Гөрләп торҙо мәктәбебеҙ!
Ҡырмыҫҡалының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте. Был осорҙа беҙҙең мәктәптә ҡыҙыҡлы ваҡиғалар күп булды. План буйынса ойошторолған барлыҡ саралар 1-11-се класс уҡыусыларын үҙенә солғап алды һәм уларға тыуған яҡтың бай мәҙәниәте һәм тарихы донъяһына сумырға мөмкинлек бирҙе.