Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы ауылының С.М.Чугункин исемендәге мәктәбендә балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында имгәнеүен иҫкәртеү һәм юлдарҙа хәүефһеҙлекте пропагандалауға йүнәлтелгән “Иғтибар, балалар!” акцияһы үтте.
Уның сиктәрендә балалар юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, йәйәүлеләрҙең төп тәртип ҡағиҙәләре менән танышты, юл аша хәүефһеҙ үтеүҙең практик күнекмәләрен өйрәнде.
1-6-сы класс уҡыусылары өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса әңгәмәләр, уйын һәм интерактив дәрестәр үткәрелде. Унда улар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, сценка күрһәттеләр, шулай уҡ “Мәктәп-йорт маршруты” буйынса мәсьәләләр систеләр.
Сара сиктәрендә балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында белде, юлдарҙағы тәртип ҡағиҙәләрен, юл билдәләрен һәм светофор сигналдарын ҡабатланы, яҡшы белем, әүҙемлек һәм командала эшләү оҫталығын күрһәтте.
6-8-се класс уҡыусылары өсөн ЮХХДИ инспекторҙары Илина Йосопова һәм Салауат Батталов менән осрашыу үтте. Инспектор балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү зарурлығы тураһында һөйләне. Кейемдә яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтарҙың мотлаҡ булыуын тағы бер тапҡыр иҫтәренә төшөрҙөләр. Машинала йөрөгәндә хәүефһеҙлек ҡайышын тағыу кәрәклеге тураһында иҫкәрттеләр.
Сара һуңында инспекторҙар бөтәһенә лә һаҡ булырға һәм алған белемдәрен тормошта дөрөҫ ҡуланыуҙарын теләне.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙың һеҙгә ҡарап өйрәнгәндәрен онотмағыҙ! Балаға урамдан яҡтыртылған урындан ғына барырға кәрәклеген аңлатығыҙ. Уға яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элемент алып бирергә һәм кейеменә беркетергә онотмағыҙ! Юлдарҙағы мәҙәнилек бала саҡтан тәрбиәләнергә һәм һәр юлда йөрөүсе үҙенең яуаплылығын тойорға тейеш.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.