9 “А” Шайморатов класы уҡыусылары ҡышҡы һалҡындарҙың һәм бер туҡтауһыҙ яуған ҡарҙың оло йәштәгеләр өсөн ауыр һынау булып тороуын яҡшы аңлай. Каникулдарының бер көнөндә шайморатовсылар алдан һүҙ ҡуйышып, ҡулдарына көрәктәр тотоп, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, районыбыҙҙың Маҡтаулы гражданы Мәрйәм Абакачеваның йортона табан йүнәлделәр. Бында улар Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙының йорт алдын ҡарҙан таҙарттылар.
- Уҡыусыларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Бер үҙем мин был ҡарҙы көрәп тә бөтә алмаҫ инем. Етмәһә, күптән түгел генә күҙемә ҡатмарлы операция эшләттем. Хәҙер ишек алдына сығыуы ла күңелле, йөрөргә лә рәхәт, - тигән ҡыуаныслы тәьҫораттары менән бүлешә ветеран уҡытыусы.
Шайморатовсыларҙың был изге эше ябай ярҙам ғына түгел, ә шулай уҡ оло быуынға ҡарата тәрән ихтирам һәм хәстәрлек күрһәтә белеү билдәһе лә. Берҙәмлектә – көс икәнен һәм бәләкәй генә эштең дә кемгәлер оло ҡыуаныс килтереүен үҫмерҙәрҙең аңлап ҡабул итеүе үҙе ҡыуаныс.
Ысынлап та, ошолай күмәкләшеп өлкәндәрҙең тормошон бер аҙға ғына булһа ла еңеләйтергә һәм күңеллерәк итергә була бит! Уҡыусыларҙың был изге эшенә башҡалар ҙа ҡушылыр һәм ярҙамға мохтаждарға күңел йылыһын бүләк итерҙәр, тип ышанабыҙ.