Даирә
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәктәптәрҙә
24 Декабря 2025, 08:25

Иң һәләтлеләр - «Башҡорт мозаикаһы»нда

Прибельский урта мәктәбендә йолаға әүерелгән “Башҡорт мозаикаһы» VIII Бөтә Рәсәй фестивале үтте. Ул Тыуған илебеҙҙе данлаған Геройҙар иҫтәлегенә бағышланды.

Иң һәләтлеләр - «Башҡорт мозаикаһы»ндаИң һәләтлеләр - «Башҡорт мозаикаһы»нда
Иң һәләтлеләр - «Башҡорт мозаикаһы»нда

Мәртәбәле фестиваль йыл һайын тиҫтәләгән уҡыусыларҙы бер урынға туплай. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, быйыл барлығы 780 ҡатнашыусынан 400-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән.

Ғариза биреүселәр араһында Беларус Республикаһының Гомель ҡалаһының 42-се мәктәбенән, Луганск Халыҡ Республикаһының Петровск ҡалаһының М.М.Шайморатов исемендәге 22-се һанлы мәктәбенән дә уҡыусылар булыуы фестивалгә абруй өҫтәне.

Районыбыҙҙа уҙғарылған фестивалдә ҡатнашыусыларҙы ЮНЕСКО-ның Ҡырмыҫҡалы районындағы координаторы Гүзәл Сыңғыҙова, Башҡортостан Республикаһы Әҙәбиәт музейы директоры Зәки Әлибаев, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Юнир Һағынбаев тәбрикләнеләр.

Фестивалдең был этабындағы 7 секцияла 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

Автор:
Читайте нас