Сара Ләйсән Алдарова һәм Михаил Михеев башҡарыуында “Дәүләтем флагы” йыры менән башланды. Артабан Ф.Әсәнов исемендәге мәктәп директоры Лилиә Сөләймәнова сараны асып, уҡыусыларға уңыштар теләне. Ул Боҙаяҙ мәктәбендә йыл һайын үтеүсе был сараның матур йолаға әүерелеүен һәм быйыл уның форматы киңәйеп, башҡа мәктәптәрҙән дә уҡыусылар ҡатнашыуын билдәләп үтте.
Сара Атйетәр, Подлуб, Бекетов һәм Боҙаяҙ мәктәптәренән бик күп һәләтле уҡыусыларҙы йыйҙы, улар тыуған яҡтың байлығына һәм күп төрлөлөгөнә нигеҙләнгән ҡыҙыҡлы, эстәлекле сығыштар тәҡдим итте. Улар Айрат Мөҙәрис улының ижады буйынса Айрат Сөләймәнов китаптары, район, Боҙаяҙ, Бүләкәй, Подлуб, Яҡтыкүл, Атйетәр, Бекетов ауылдары тарихы, данлыҡлы кешеләре, махсус хәрби операция геройҙары тураһында күңелгә үтеп инерлек итеп һөйләне.
Мәҫәлән, Боҙаяҙ мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Анна Мороздың эше Айрат Сөләймәновтың китаптарына арналды (етәксеһе Дилбәр Имәнғолова), 4-се класс уҡыусыһы Данияр Тажетдинов “Ҡырмыҫҡалы районына - 95 йыл” (етәксеһе Гөлнара Нурышева), 6-сы класс уҡыусыһы Самира Бикмәтова Боҙаяҙ ауылының үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында һөйләне (етәксеһе Айгөл Нурғәлиева), ә 10-сы класс уҡыусыһы Нәргизә Әминева “Боҙаяҙ еренең данлы улдары”, Атйетәр ауылы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Денис Мусин (етәксеһе Хәлил Аҡбашев) Рәсәй мосолмандарының беренсе мөфтөйө Мөхәмәтйән Хөсәйенов тураһындағы эшен тәҡдим ите.
Сараның ҡунаҡтары һәм жюри ағзалары – Боҙаяҙ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илмир Латипов, тирә-яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы, меценат, райондың маҡтаулы гражданы Айрат Сөләймәнов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Антон Матренин, мәғариф начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Гүзәл Сыңғыҙова, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә, драматург, журналист Тәнзилә Дәүләтбирҙина, «Шоңҡар» журналының яуаплы секретары, сатирик Венер Исхаҡов, мәктәптең элекке директоры, йәмәғәт эшмәкәре Наил Ишмаҡов, шағирә, журналист, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы Ләйсән Яҡупова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы, райондың маҡтаулы гражданы Миҙхәт Рәжәпов, ауыл халҡы һәм ҡунаҡтары, дин әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Улар үҙҙәренең сығышында сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, йәш таланттарҙың эштәрен баһаланы, конференцияны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Барығыҙға ла - уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла, ойоштороусыларға ла – бөгөнгө иҫ киткес сара өсөн рәхмәт белдерәм. Уҡыусылар Айрат Мөҙәрис улының китаптарына нигеҙләнгән әҙәби конкурста әүҙем ҡатнашып, ата-бабаларының Бөйөк Ватан һуғышында героик роле, ауыл хужалығы үҫеше, билдәле сәнғәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәре хаҡында һөйләп, үҙ төбәгенең тарихын асып бирҙе. Уларҙың сығышынан үҙем өсөн күп яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белдем. Мәҫәлән, Атйетәр ауылында Рәсәй мосолмандарының беренсе мөфтөйө Мөхәмәтйән Хөсәйеновтың ерләнгәнлеге асыҡланды. Был күренекле дин әһеле Ырымбур мосолман дини йыйылышын булдырып, Рәсәй мосолмандары менән үҙәкләштерелгән идара итеүгә нигеҙ һала. Был мәғлүмәт Башҡортостанда ислам традициялары тураһында төшөрөләсәк фильмдың мөһим өлөшө булып торасаҡ,- тине Антон Сергеевич.
Тәнзилә Дәүләтбирҙина китап уҡырға, белем алырға, яңы нәмәләр асырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Китаптар беҙгә донъяны танып белергә өйрәтә, асылмаҫтай тойолған серҙәрҙе аса. Айрат Сөләймәновтың китабы һеҙгә, уҡыусылар, үҙ төбәгегеҙҙең тарихын яҡшыраҡ өйрәнергә ярҙам итәсәк. Һеҙ етәкселәрегеҙ менән ҙур ғилми эш башҡарғанһығыҙ. Бөгөн сығыштарығыҙ аша бик күп мәғлүмәт белдек. Һеҙгә киләсәктә уңыштар теләйем,- тине Тәнзилә Сәлих ҡыҙы һәм Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың сәләмен еткереп, үҫеп килгән быуынға рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур өлөш индергән өсөн, Рәсәй Лермонтов комитеты исеменән Айрат Мөҙәрис улы Сөләймәновҡа Кайсын Кулиев миҙалын тапшырҙы.
Айрат Сөйләймәнов, барыһына ла рәхмәт белдереп, тарихты өйрәнеүҙең бик мөһим һәм кәрәкле эш икәнлеген билдәләп үтте.
- Бында бик күп талантлы балалар йыйылған. Әйтергә кәрәк, тәҡдим ителгән эштәр бик ҡыҙыҡлы ине. Балаларҙың ораторлыҡ оҫталыҡтары йылдан-йыл арта бара. Уларҙың сығыштарын һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ,- тине Айрат Мөҙәрис улы.
- Йыл һайын мәктәбебеҙҙә Айрат Мөҙәрис улы менән файҙалы һәм фәһемле осрашыуҙар үтә. Ул бик ҡыҙыҡлы әңгәмәсе һәм үҙенсәлекле шәхес. Китаптары Башҡортостандың тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн мөһим мәғлүмәт сығанағы булып тора,- ти Ф.Әсәнов исемендәге мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Милена Мостаева.
Һиҙҙермәй генә конкурстың аҙағы ла яҡынлашты. Жюриға иң-иңдәрҙе билдәләү еңелдән булмағандыр, моғайын, сөнки һәр бала һәләтле ине. Иң мөһиме, был көндө бер бала ла бүләкһеҙ ҡалманы. Конкурста ҡатнашыусы һәр уҡыусыға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Подлуб мәктәбенән Евгений Жилин һәм Бекетов мәктәбенән Лиана Вәлиеваның эше айырыуса билдәләнеп, «Тамашасылар һөйөүе призы»на лайыҡ булды. Конференция һөҙөмтәләре буйынса Боҙаяҙ мәктәбенең өс уҡыусыһының хеҙмәте иң яҡшылары тип табылды. “М.Сөләймәнов исемендәге хәрби-патриотик клуб” (етәксеһе Азат Сөләймәнов) эше менән Алина Волокушина беренсе урынды яуланы, икенсе урында - Эльмир Нурғәлиев, “Махсус хәрби операция геройҙары” (етәксеһе Лилиә Нурғәлиева), Анна Мороз “Айрат Сөләймәнов китаптары” (етәксеһе Дилбәр Имәнғолова) тураһында эшен тәҡдим итеп өсөнсө урынды алды.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.