Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
30 Октябрь 2025, 12:17

Һәр уҡытыусы өсөн файҙалы булды

Иҫке Муса урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының “Уҡытыу сифатын күтәреүҙә дәрес һәм кластан тыш эштәрҙә системалы-эшмәкәрлек алымдарын тормошҡа ашырыу” темаһына бай йөкмәткеле семинар үтте.

Һәр уҡытыусы өсөн файҙалы булды
Һәр уҡытыусы өсөн файҙалы булды

Уҡыусыларҙың мәктәп ишеге алдынан уҡ бик йылы ҡаршы алыуы һәр кемдең кәйефен күтәрҙе. Артабан семинарға килеүселәр өс төркөмгә бүленеп, бик матур дәрестәр ҡараны. Филиал мөдире Лүзә Ғәзизова 6-сы класта башҡорт теленән «Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр», 3-сө класта Земфира Минязева «Һин ҡайҙан?», 2-се класта Клара Йосопова «Минең ғаиләм» темалары буйынса асыҡ дәрестәр күрһәтте. Дәрестәрҙең методик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүе, туған тел уҡытыусыларының заманса технологиялар ҡулланып эшләүе уҡыусыларҙың әүҙемлеген үҫтереүгә булышлыҡ итте. Асыҡ дәрестәргә анализ эшләүсе уҡытыусыларҙың барыһы ла дәрестәрҙең сифатлы үтеүе системалы эшләү һөҙөмтәһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Семинарҙың планына ярашлы, Зәңгәркүлгә экскурсия ла ойошторолдо. Уҡытыусылар тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып, уның тураһында мәғлүмәттәр тыңлап, ял итеп, саф һауа һулап, илһамланып, Илтуған ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейына юлланды. Музейҙың директоры Клара Ғәйфуллина милләттәштәрен ҡапҡа төбөнән үк яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Музей төҙөлөүгә ике йыл ғына ваҡыт үтһә лә, тырыш, эшһөйәр етәксе тарафынан барлыҡ бүлмәләрҙең дә бөхтә булыуы күҙгә салынды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байтаҡ экспонаттар тупланған һәм тупланыуын дауам итә. Һәр экспонат район тарихын, уның халҡын, эшмәкәрлеген һөйләй. Тап музейҙар йәш быуынды тәрбиәләүҙә бик тә мөһим. Клара Ғәйфуллинаның да үҙ эшен бик яратып башҡарыуы һәр экспонат хаҡында ентекле һөйләгәндә үк һиҙелә. Уҡытыусыларыбыҙ яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышты. Музей һәммәһенә лә оҡшаны. Семинар сиктәрендә ойошторолған саралар һәр уҡытыусы өсөн файҙалы булды.

Әлфиә ҒӘЙФУЛЛИНА, Олокүл мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор: Розалия Назарова
Читайте нас