Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
2 Октябрь 2025, 14:01

Хеҙмәте менән хөрмәтле

5 октябрь - Уҡытыусылар көнө Хеҙмәте менән хөрмәтле Уҡытыусы һөнәре иң гүзәл һөнәрҙәрҙең береһе. Уларҙан һәр һөнәргә юл башлана.

Хеҙмәте менән хөрмәтле
Хеҙмәте менән хөрмәтле

Электән уҡытыусы ауылда иң абруйлы кеше һаналған. Иҫке Муса мәктәбенән Лүзә Ғәзизова ла - хөрмәтле уҡытыусыларҙың береһе. Үҙ эшенә ғашиҡ педагог ғүмеренең егерме алты йылын балаларға белем биреүгә бағышлай.

Лүзә Миҙхәт ҡыҙы хеҙмәт итеү осоронда район мәғариф системаһын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Яңы талаптарға тура килтереп, замана менән бергә атлай. Дәрестәренең һөҙөмтәһен күтәреү өсөн барлыҡ сығанаҡтарҙы ҡуллана.

- Бәләкәй саҡтан уҡытыусы булғым килде. Ата-әсәйем эштә саҡта ҡурсаҡтарымды өҫтәл артына ултыртып “уҡыта” инем. Уҡытыусыларымдың да роле ҙурҙыр, тип уйлайым. Уларға ҡарап һоҡландым, оҡшарға тырыштым. Мәктәптә спорт менән бик дуҫ булдым, волейбол уйнаным, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып йөрөнөм. Шуға ла 8-се кластан һуң Стәрлетамаҡ физкультура техникумында физкультура уҡытыусыһына уҡыным. Шулай ҙа был белгеслек менән эшләргә тура килмәне. Мине Яңы Муса мәктәбенә башланғыс кластарҙы уҡытырға ебәрҙеләр. Артабан М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләп педагогия университетында белемемде камиллаштырып, бөгөнгө көндә Иҫке Муса мәктәбендә башҡорт теле дәрестәрен алып барам. Дәрестәремдә телдең нескәлектәренә өйрәтәм, шулай уҡ рухи тәрбиәгә лә ныҡлы иғтибар бүләм, уҡыусыларымды ысын шәхестәр итеп тәрбиәләргә, Тыуған илебеҙҙе, телебеҙҙе яратһындар тип тырышам, - тип һөйләне ул.

2023 йылдан коллективҡа етәкселек итеүҙе уға ышанып тапшыралар, хәҙер ул мәктәп мөдире вазифаһын да алып бара. Уның етәкселегендә мәктәптең уңыштары бар, район һәм республикала уҙғарылған төрлө кимәлдәге конкурс, ярыштарҙа призлы урындар алыуға ирешәләр. Улар араһында - мәктәп пионерҙары “Иң яҡшы пионер дружинаһы” исеменә лайыҡ булыуы, малайҙарҙың Өфө ҡалаһында балалар турнирында ҡатнашып, тәүге урын яулауы, малай-ҡыҙҙарҙың республика КВН-да лайыҡлы сығыш яһауы һәм башҡалар. Белем усағында илһөйәрлек тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бирелә: патриотик саралар уҙғарыла, ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт итеүселәр менән осрашыуҙар ойошторола, гуманитар ярҙам, йәрминкәләр үткәрелә.

Ул үҙе ғүмере буйы спорт менән дуҫ булып ҡала: команда составында волейбол уйнай.

Лүзә Миҙхәт ҡыҙы өсөн уҡытыусы эше - бөтөн тормошоноң мәғәнәһе. Ул уҡытыусы булып ҡына эшләмәй, уҡытыусы булып йәшәй ҙә. Талантлы, тырыш педагогтың хеҙмәте район етәкселеге тарафынан билдәләнеп, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.

Ул ғаиләһенән дә уңа. Тормош иптәше Альберт Венер улы менән матур итеп донъя көтәләр. Улар ике бала үҫтергән. Улдары Денислам үҙе ғаиләле, ҡатыны Илгизә менән ике ейәнсәр, бер ейән менән һөйөндөрәләр. Ҡыҙҙары Гүзәл 8-се класта уҡый. Йортонда өлгөр хужабикә яҡындарын тәмлекәстәр менән һыйларға ярата.

Киләсәктә яңы уңыштарға ирешеүегеҙҙе, уҡыусыларығыҙҙың юғары үрҙәр яулауын теләйбеҙ.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор:
Читайте нас