Район Мәҙәниәт һарайының ҙур залында үткән йыйындың быйылғыһы “Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районында мәғарифты үҫтереү: ваҡыт саҡырыуҙары һәм яңы үҫеш контекстары” темаһына арналды. Конференция барышында үткән уҡыу йылына йомғаҡтар яһалды, уңыштар һәм проблемалар билдәләнде, белем биреү һөҙөмтәләренең сифатын күтәреү буйынса сараларҙың һөҙөмтәлелеге тикшерелде, киләһе уҡыу йылына бурыстар ҡуйылды. Сарала район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитеты ағзаһы Рәнис Алтынбаев һәм мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Пленар ултырыш башланыр алдынан һәр кем мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, өҫтәмә белем биреү учреждениеларында һәм мәктәп-ара уҡыу комбинатында ҡулланылған белем биреү процесы йүнәлештәре күрһәтелгән күргәҙмә менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды. Йола буйынса быйылғы конференция ла Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры Сергей Кравцовтың сәләменән башланды. - Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙ бергәләп илдең киләсәген формалаштырабыҙ. Һәр ҡарар миллионлаған баланың яҙмышына йоғонто яһай. Һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙ һәм тырышлығығыҙ ярҙамында яңы уҡыу йылына тағы ла бер мөһим аҙым яһайбыҙ. Бергәләп бөтә бурыстарҙы үтәйәсәкбеҙ, традицияларҙы һаҡлап ҡаласаҡбыҙ һәм яңылыҡтар индерәсәкбеҙ, тип ышанам. Һеҙгә һаулыҡ, уҡыусыларығыҙҙың уңыштарынан илһам алыуығыҙҙы һәм шатлыҡ кисереүегеҙҙе теләйем. Яңы уҡыу йылы менән! – тигән сәләмдәрен еткерҙе Сергей Кравцов барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәренә экран аша. Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, иң изге теләктәрен белдерҙе. - Мәғариф системаһы – социаль-иҡтисади сәйәсәттең төп өҫтөнлөктәренең береһе, йәмғиәттең именлеге күп осраҡта мәғариф өлкәһендәге хәлдәргә бәйле. Киләсәк быуынға илһөйәрлек тойғолары уятыу һәм Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү мөһим, - тип билдәләне ул. - Ҡәҙерле уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм өҫтәмә белем биреү педагогтары! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ – һөнәр генә түгел, ә тулы фиҙаҡәрлек һәм даими ижади эҙләнеү талап иткән һәләт тә. Яңы уҡыу йылы һеҙгә уҡыусылар менән аралашыуҙан, һөнәри еңеүҙәр һәм хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәләренән ҡәнәғәтлек хистәре килтерһен. Һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, илһам һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ, тине Тимерғәле Рәлис улы үҙенең сығышында. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина ла үҙ сиратында педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы һәм көндәлек тырыш хеҙмәттәре, һөнәри оҫталығы, үҙ эшенә тоғролоғо өсөн барыһына ла ихлас рәхмәтен белдерҙе. Ул районыбыҙ уҡыусыларының һөнәри йүнәлеш алыуына айырыуса иғтибар бүлде. Яңы уҡыу йылының һөҙөмтәле булыуын, һәр уҡытыусының һөнәри эшмәкәрлеге йәмәғәтселек, уҡыусылар һәм ата-әсәләр тарафынан лайыҡлы баһаланыуын теләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән тәбрикләп, Рәнис Алтынбаев та йылы һүҙҙәрен әйтте. - Ҡырмыҫҡалы ере – бик күп билдәле шәхестәр төйәге. Беҙ бындай яҡташтарыбыҙ менән ғорурланырға һәм уларҙы хөрмәт итергә тейешбеҙ. Бөгөнгө күргәҙмәлә уҡыусыларҙың бик яҡшы эштәрен күрҙек. Һәр мәктәптең үҙ йүнәлеше, үҙенсәлеге булыуы күҙгә ташлана, - тине. “Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районында мәғарифты үҫтереү: ваҡыт саҡырыуы һәм яңы үҫеш контекстары” темаһы буйынса төп доклад менән мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев сығыш яһаны. Андрей Валентинович районда мәғариф системаһын үҫтереү ҡаҙаныштары һәм пландары, шул иҫәптән мәктәптәрҙе модернизациялау, проекттарҙы тормошҡа ашырыу, шулай уҡ Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре тураһында ентекле отчет бирҙе һәм яңы уҡыу йылына ҡарата пландар һәм бурыстар билдәләне. Тантаналы сарала күп йылдар мәғариф өлкәһендә уңышлы эшләгән уҡытыусыларҙы билдәләп үттеләр һәм быйыл ғына эш башлаған йәш педагогтар менән таныштырҙылар. Район Мәҙәниәт һарайының ижади коллективтарының сығыштары етди сараға мәҙәни төрлөлөк өҫтәне һәм сарала ҡатнашыусыларҙың кәйефен күтәрҙе. Шулай уҡ мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең моңло йырҙарын бүләк итте. Август конференцияһы – йәйҙең һуңғы көндәренең йылыһы һәм мөғәллимлек һөнәренә һөйөү менән һуғарылған айырым педагогик традиция. Был яңы эштәрҙе иҫәпләү ваҡыты, белем биреүҙә яңы тормош әйләнеше, тағы бер йыллыҡ уҡыу марафонының башланыуын билдәләй. Мәғариф хеҙмәткәрҙәрен яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлап, яңы уҡыу йылы яңы уңыштар килтереүен теләйбеҙ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.